Йәшәүҙән тәм табып08.04.2015
Йәшәүҙән тәм табып Мораҡ ауылында беҙҙе Айрат Рәүилев ихлас ҡаршы алды. Әйткәндәй, ул һөйөклө ҡатыны Зилә Рәшит ҡыҙы менән татыу ғаилә ҡороп, бынамын тигән ике ул үҫтергән. Ошо ауылда күркәм өй һалып ингәндәр. Тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра ул. Икеһе лә “Гарантстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тырышып хеҙмәт итә. Айрат – бульдозерсы, ә ҡатыны – өлкән бухгалтер. Ике улдары ла юғары белемле. Риват Өфөлә – юрист, ә Рөстәм Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа хирург булып эшләй.

– Балаларға белем бирергә тырыштыҡ, – ти Айрат Фәрит улы. – Улдарымдан да, ҡаты­ным­дан да уңдым. Зилә мине өйҙә һәр саҡ йылы аш, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Һөнәремдән йәм алам. Элек Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү өсөн таш, туп­раҡ та ташыныҡ. Һуңғы осорҙа ойошмаларға, район ху­жа­лыҡ­та­рына ошондай уҡ хеҙ­мәт күр­һәт­тек. Әле Ауырғазы райо­нын­дағы Талбазы карьерынан балсыҡ сығарабыҙ. Былтыр Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылын һыу баҫыуҙан ҡотҡарҙыҡ.
Сергей Петров, Сергей Кобельков, Павел Иванов кеүек уңғандар менән эшләүе – үҙе бәхет. Етәксебеҙ Әмир Әхмәт улы Зиннәтуллин хеҙмәтебеҙҙе баһалай. Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, йыл һайын ял йорттарында һаулығыбыҙҙы нығыта­быҙ. Мәҫәлән, былтыр “Йәшел сауҡалыҡ”та, быйыл “Красноусол”да булдыҡ. Етәксебеҙгә ысын күңелдән ҙур рәхмәт!


Вернуться назад