Дүртөйлө районы республикабыҙҙа инде нисәнсе йыл ауыл хужалығы тармағында алдынғылыҡты бирмәй, бүтәндәргә өлгө күрһәтә. Бындағы хужалыҡтар – төбәктең даны ла, ғорурлығы ла.Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы – шуға асыҡ миҫал. Уның етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Альберт Дәүләтбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр бөгөн баҫыуға төшөргә тиһәләр, был мөһим эште шунда уҡ башлар ине уңғандар. Оҙайлы ҡышта техника яҡшы итеп ҡаралған, яғыулыҡ-майлау материалдары тулыһынса хәстәрләнгән, орлоҡ етерлек тупланған. Ҡыҫҡаһы, хужалыҡ сәсеүгә әҙер. Әйткәндәй, Альберт Рафаэль улы эшсәндәр Айрат Сәрүәровты, Илфир Хәмиҙуллинды, Ришат Гәрәевте, Ирек Зариповты, Салауат Ғималовты, Илдар Ҡоҙаҡаевты, Рәмил Дәүләтбаевты тик ыңғай яҡтан маҡтап телгә алды.
Хужалыҡ Һыуыҡҡул, Үткен, Йүкәлекүл, Атһөйәр, Мәмәдәл бригадаларына бүленгән. “Ошо ысул үҙен аҡлай, – ти рәйес. – Биш бригаданың барыһында ла бригадирҙар бар, һәр береһе ышаныслы һәм үҙ бурысына яуаплы ҡарай”.