Ат кешнәүе ауылды йәмләй08.04.2015
Ат кешнәүе ауылды йәмләй Һәр кем тыуып үҫкән ауылының матур киләсәгенең өмөтлө булыуын теләй. Ә бына Ғафури ра­йонында буй еткереп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәков оҙаҡ уйлап тормай, ошоно тормошҡа ашырыр өсөн ең һыҙғанып эшкә тотона.

Әлбиттә, эшһөйөүсәнлек, яҡшы тәр­биә бәләкәйҙән һалына. Ун балалы ғаи­лә­лә буй еткергән Әхмәт кескәйҙән һәр шөғөлдөң рәт-сиратын белеп үҫә. Ғүмер буйы колхозда тимерсе булып эшләгән атаһы Мәүлембирҙе ағай, әсәһе Гөлсөм апай ҙа ауылда уңған кешеләр булараҡ таныла.
Бөгөн Ҡаранйылғала эшҡыуар ха­ҡын­да маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөм­кин. Тыуған ауылында әҙәм балаһының һуңғы төйәге – зыяратты ҡоймалатыуҙы үҙ иңенә алды, төрлө спорт уйында­ры­ның бағыусыһы ла ул. Былтыр “Һаумы­һы­ғыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойош­то­роп, тиҫ­тәләрсә йыл бер-береһен күрмәгән яҡ­таш­тарына матур осрашыу бүләк итте. Әйткәндәй, “УрманСтрой” фирмаһын етәк­ләгән булдыҡлы уҙамандың ҡул аҫтында күпселек ошо ауыл егеттәре тир түгә. Ҡайһы бер милләттәштәребеҙ йыш ҡына бүтәндәрҙе алырға тырышһа, ул иһә үҙенең ауылдаштарын эшле итергә ынтыла. Яҡташтарының уңғанлығына, маһирлығына ҡыуанып бөтә алмай эш­ҡы­уар. Былтыр Ғафури район хакимиә­тенең Әхмәт Мәүлембирҙе улын “Йыл кешеһе” итеп билдәләүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Күптән түгел Әхмәт Аҫылбәков тыуған ауылында башҡорт аттарын үрсетеүгә тотондо – 31 баш йылҡы малы һатып алды. Ат ҡараусылар Шамил Вахитов, Фидаил Йәрмиев, Фаил Фәхретдинов үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Киләсәктә ҡымыҙ бешеүҙе лә ойоштороу хыялы менән йәшәй эшҡыуар. Ул сағында йәнә бер нисә кешегә эш урыны булыр ине. Тағы ауыл ерендә 200 гектар ер алып, үҫемлекселек менән шөғөлләнергә лә ниәтләй.
– Ауылға яңы һулыш өҫтәлде, аттар­ҙың кешнәүе тормошҡа йәм өҫтәй, – ти ҡаранйылғалар.




Вернуться назад