Күрҙемде барып күрегеҙ!08.04.2015
Күрҙемде барып күрегеҙ! Ауыл кешеһе өсөн бөгөн бигерәк тә нимә мөһим? Был һорауға, әлбиттә, төрлө яуап ишетербеҙ. “Ҡояш бирә бөтәһен дә, ергә ысыҡ төшкәнен дә, ерҙә еләк үҫкәнен дә”, – тип шиғри юлдар менән әйтеп һалғайны танышым. Ә республикабыҙҙың төньяҡ тарафтарын ҡояш йыш иркәләйме? Карл Маркс исемендәге хужалыҡ рәйесе Өлфәт ҒӘБСӘЛӘМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо донъяуи мәсьәләләр хаҡында.

– Гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙҙең бәләкәй генә дәүләтегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе.
– Дәүләтебеҙ улай уҡ бәләкәй түгел. Хужалыҡ ида­раһы Иҫке Күрҙемдә урынлашҡан. Бынан тыш, халыҡ телендәге Болғар (рәсми исеме – 1-се Еремйәбаш), Мәмәтәйкүсемкә (2-се Еремйәбаш), Борғонбаш, Асыу­йылға, Сараштыбаш, Ташкент һәм Юрмияҙбаш ауылдарынан да халыҡ йөрөп эшләй. Тәтешлеләрҙе лә өҫтәһәң, эшселәрҙең һаны 130-ға етә. Ауылдар бер-береһенән бик йыраҡ урынлашмаған.
Үҫемлекселек, малсылыҡ тармағы яҡшы үҫешкән. Хәйер, уларҙы бер-береһенән һис кенә лә айырып ҡарап булмай. Нисек инде бесән әҙерләмәйенсә мал аҫрап, ишәйтәһең? Шуға күрә киләсәктә сабынлыҡты киңәйтеү – төп ниәттәрҙең береһе.
Күрҙемде барып күрегеҙ!– Бөгөн нимә менән мәшғүл уңғандар?
– Техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләү тамамланыу алдында, орлоҡ туплайбыҙ, яғыулыҡ-майлау материалдарын хәстәрләп бөттөк. Шулай уҡ малды йәйләүгә имен-аман сығарыу, һөт һауыуҙы арттырыу – мөҡәддәс бурыстар рәтендә.
– Еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ йөгөн алып барыу ауыр түгелме, туҡтауһыҙ иҫкән көрсөк елдәре йонсотмаймы?
– Тәтешлелә тешле кешеләр йәшәй, тигән әйтем бар, был осраған һәр шырлыҡты оҫта йырып сығыуға ишара. Йәнә Күрҙем халҡында алдан күрә белеү ҡөҙрәте бар тиҙәр, ул инде замандан бер аҙым алда барыуға тиң.
Көрсөк тигәндән, барыһын да ышаныс йәшәтә, шуға күрә киләһе көндәргә яҡты өмөт менән ҡарайбыҙ. Кемгә нисектер, әсе елгә ҡарағанда ҡояштың йылы нурҙары маркстарға йышыраҡ төшә.
– Һарайҙарға һөт үткәргес урынлаштырылған, һы­уытҡыс та бар, башҡа уңайлыҡтар ҙа етерлек. Ә ниңә ошо көнгә тиклем “500 ферма” программаһына инмә­гәнһегеҙ?
– Был һорауҙы бер һеҙҙән генә ишетмәйем. Хужалыҡ заманса ҡоролмаларҙы күптән ҡуллана, малсыларҙың эше еңеләйҙе, һауынсылар ауыр күнәк күтәреп базаның бер башынан икенсеһенә йөрөмәй. Әлбиттә, программала ҡатнашырға була ул, ләкин беҙ бөтәһен дә алдан ғәмәлгә ашырғанбыҙ ҙа баһа. Уның кәрәге ҡалдымы икән? Белеүемсә, башта күп ҡағыҙ эштәре тултырыла...
– Бында өлкән йәштәгеләрҙең күплеге күҙгә салынды. Әллә әлеге сменала улар ғына инеме, йәштәрҙең ял сәғәтенә тура килдекме?
– Йәштәрҙең эшкә килергә ашҡынып тормауы, һүҙ ҙә юҡ, күңелде ҡыра. Кемдер, гәзит уҡыусыларҙың һикһән проценты пенсия йәшендәгеләр, тине. Шуның шикелле, беҙҙә лә 85–90 процентты пенсия йәшенә яҡынайыу­сылар тәшкил итә. Әгәр ҙә инде шуларҙың күбеһе хаҡлы ялға сыҡһа... Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс!
– Һеҙҙең биләмә Яңауыл районына терәлеп ята, улай ғына ла түгел, Пермь крайы менән сиктәш урын­лашҡан. Күршеләр менән ниндәй уртаҡ ептәр бәйләй?
– Яңауылдар һәм пермдәр менән төрлө йүнәлештә ныҡлы бәйләнеш булдырылған, яҡтар араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек эҙмә-эҙлекле дауам итә. Айырыуса ауыл хужалығы тармағы буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, алыш-биреш әүҙем бара. Беҙ – уларҙан, улар беҙҙән өйрәнә. Яңауылда һабантуй ҡыҙыҡлы үтә, ат сабышында ҡатнашыу – оло мәртәбә. Эш ысулдарын үҙләштереү һәм камиллашыу йәһәтенән Пермдең Барҙа районына бер барып ҡайтыу – үҙе бер ғүмер. Күршелек тәртипкә лә күн­де­рә. Күрҙемдәр хөрт йәшәргә тейеш түгел – ошо хәҡиҡәт күптән халыҡтың аңына һеңде­релгән. Иҫке Күрҙем йө­ҙөндә ситтәр Тәтешле ра­йонын, унан бигерәк Башҡорт­останды күҙ алдына баҫтыра.
– Өлфәт Фоат улы, көрсөккә бирешмәй тырышып эшләүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Киләсәктә лә көс һәм дәрт өҫтәлеп кенә торһон һеҙгә!

Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ҡорҙо.


Вернуться назад