Майя Малина Өфөләге тарихи йорттарҙың береһендә йәшәй. Революцияға тиклем үк төҙөлгән бинаны иҫке тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Ваҡыт ағышын тарихи ысынбарлыҡ, үткәндәр заңы баҫа төҫлө. Хәйер, баш ҡалабыҙҙа Майя Владимировнаныҡы ише йорттар — мәҙәни мираҫ ҡомартҡылары — бихисап. Ленин, Аксаков урамдарындағы биналар, 1890 йылда төҙөлгән Штехерҙар йорто, 1872 — 1874 йылдарҙа нигеҙ һалынған Уҡытыусылар йорто (бөгөн бында
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы урынлашҡан), Пушкин урамындағы Краевский ҡунаҡһарайы... Һәр ҡайһыһы үҙе бер сәнғәт өлгөһөнә бәрәбәр, әммә уларҙың киләсәктә ниндәй төҫ алыуы — икенсе мәсьәлә.Башта телгә алынған Аксаков урамындағы бина йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылып, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаһына индерелгән. Әлбиттә, Майя Владимировнаға өйө һүтеләсәк тип борсолаһы түгел. Сауҙагәр Анна Лопатина төҙөткән йорт – баш ҡаланың мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә. Ул закон нигеҙендә һаҡлана. Ләкин ханымды ошондай башҡа өйҙәрҙең дә яҙмышы әсендерә. Һәр тарихи ҡомартҡы ла бындай исемлеккә индерелмәгән бит. Ғөмүмән, баш ҡалала был мәсьәләгә ҡағылышлы бәхәстәр ҡыҙа. Торлаҡ төҙөүселәрҙең Өфөнөң тарихи үҙәгендәге ер участкаларына күҙе ҡыҙһа, халыҡ архитектура сәнғәте һаналған йорттарҙы һаҡлау һәм реставрациялау яҡлы.
– Кешеләр иҫке йорттарҙа йәшәп йонсоған инде. Әммә биналарҙы төҙөкләндереп, оҫталар ҡалаһы ойоштороп ебәргәндә ҡайһылай яҡшы булыр ине. Баш ҡалабыҙҙың боронғо төҫө киләсәк быуын өсөн һаҡланып ҡалырға тейештер бит, – ти Майя Малина.
Әйткәндәй, уның Иҫке Өфөнөң тарихи йөҙөн юғалтмау теләге Башҡортостан Башлығына ла барып етте. Рөстәм Хәмитов тәнҡит һүҙҙәре менән ризалашты. Шулай ҙа, республика етәксеһе билдәләүенсә, архитектура ҡомартҡылары һаналған йорттарҙа йәшәгәндәрҙе күсереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Ә иҫкеләрен төҙөкләндереп, йәмәғәт ойошмаларына йәки учреждениеларға тапшырырға кәрәк.
Ғөмүмән, мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләһе бер Өфөгә генә ҡағылмай. Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Бәләбәй, Баймаҡ һәм башҡа ҡала-райондарҙа ла ошо йүнәлештә эште әүҙемләштерергә ваҡыт. Юҡһа, кем белә, тарихсылар мәсьәләне өйрәнгәнсе, төҙөүселәр свай ҡаға ла башламаҫ тимә...
2015 йылдың ғинуар айына ҡарата Өфө биләмәһендә 874 мәҙәни мираҫ объекты теркәлгән. Уларға архитектура, ҡала төҙөлөшө, тарих, сәнғәт, археология һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындар инә. Шуларҙың 307-һе Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларының) берҙәм дәүләт реестрында теркәлгән, ҡалған 567-һе асыҡланған мәҙәни мираҫ объекты һанала.
Владимир ЗАХАРОВ, тирә-яҡты өйрәнеүсе, “Өфөнөң архитектураһын яҡлау” йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе:– Октябрь революцияһы, Гоголь, Аксаков урамдарындағы Иҫке Өфөнө хәтерләткән ҡайһы бер ҡоролмаларҙы һаҡлап ҡалыу мөһим. Баш ҡалала архитектура һәйкәлдәрен үҙ эсенә алған туристик кластер булдырырға кәрәк.
Александр ЛЕБЕДЕВ, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ кафедраһы доценты: – Өфө ҡалаһының тарихи йөҙөн һаҡлау – бик ауыр һәм ентекле ҡараш талап иткән эш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, боронғо Өфөнөң архитектур йөҙөн һаҡлап ҡалыу өсөн төҙөүселәр менән көрәш алып барырға тура килә. Яңы йорттар, әлбиттә, кәрәк, әммә ҡала үҙәгендә үткән быуат рухында тотош бер квартал булһа, туризм да үҫешер ине. Ҡала халҡына ял итерлек, һоҡланырлыҡ урындар ҙа булыр.
Клавдия МОРОЗОВА, Өфө ҡалаһы:– Мин дә мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы һаналған йортта йәшәйем. Әлеге мәсьәлә бер бөгөн генә күтәрелмәй. Белә-белгәндән алып, ошо проблема өҫтөндә баш ватабыҙ. Иң ҡыҙғанысы шул: быны даими күҙәтеүҙә тотҡан белгестәр юҡ. Күптән түгел Рөстәм Хәмитов бюджет һәм бюджеттан тыш аҡсаларҙы үҙендә туплаясаҡ Архитектура һәйкәлдәрен тергеҙеү буйынса махсуслаштырылған фонд булдырырға тәҡдим итте. Ул тергеҙеү эштәрен тиҙләтергә, фонд иҫәбенә ошо тармаҡ өсөн махсус белгестәр әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, тиҙәр. Яҡшыға өмөт итәйек.