Ҡыҫҡаса...08.04.2015
АҠШ-та донъялағы иң өлкән йәштәге кеше вафат булған. Гертруда Уивер 116 йәшендә ба­ҡыйлыҡҡа күскән.
***
Ҡытайҙа Яньтай ҡала­һының элекке мэры Цзи Цзянье коррупция өсөн 15 йылға иркенән мәх­рүм ителгән. Шулай уҡ уның 200 мең юань (33 мең доллар самаһы) торған мөл­кәтен тартып ала­саҡтар.
***
Фигуралы шыуыу буйынса донъя чем­пио­на­тын­да илебеҙ спорт­сы­лары ҙур уңыш ҡаҙанды: Елизавета Туҡ­тамышева чемпион булып танылһа, Елена Радионова бронза миҙалға лайыҡ булды.
***
Рәсәйҙә йыл башынан дарыуҙар 17 про­центҡа ҡыйбатланған.
***
Белгестәр илдәге көрсөк мәлендә бухгалтер, ашнаҡсы, программалаусы, мерчен­дай­зер, шәфҡәт туташы, милек менән эш иткән менеджер, йөк ташыусы, токарь, һатыусы, шофер һөнәрҙәрен иң кәрәкле­һе тип билдәләгән.



Вернуться назад