Майҙа нисек ял итәбеҙ?08.04.2015
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында, 9 май – Еңеү көнөндә ял итәбеҙ.
Хеҙмәткәрҙәр тарафынан ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу маҡсатында, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йәкшәмбе, 4 ғинуарҙағы ял көнө дүшәмбе, 4 майға күсерелде. Быйыл 9 май ял көнө — шәмбегә тура килә. Тимәк, ял дүшәмбе, 11 майға күсерелә. Ошо рәүешле Башҡортостан Республикаһында 2015 йылдың 1, 2, 3, 4 һәм 9, 10, 11 майы — ял көндәре. Кесе йома, 30 апрелдә һәм йома, 8 майҙа эш оҙайлылығы 1 сәғәткә ҡыҫҡара. Ҡануниәткә ярашлы, йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы байрам көндәре ял иҫәбенә индерелмәй.