Һорауҙарығыҙ булһа...08.04.2015
9 апрелдә көндөҙгө сәғәт 2-нән Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, “Үҙәк баҙар” туҡталышы) арбитраж процеста прокурорҙарҙың ҡатна­шыуын тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса граждандар менән осрашыу ойошторола. Сараны республика прокурорының өлкән ярҙамсыһы Наталия Панферова үткәрә. Ҡабул итеү башланғанға тиклем бер сәғәт алдан теркәлеү шарт. Белеш­мәләр өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
***

Ошо уҡ көндә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем Бишбүләк районы хакимиәте бинаһында (Еңеү урамы, 13) Башҡортос­тан прокуроры Андрей Назаров граж­дандарҙы ҡабул итә. Уға урындағы власть һәм хоҡуҡ тәртибе органдары хеҙмәт­кәрҙәренең ҡарарҙарына йәки эш итмәүенә ялыу бирергә мөмкин. Сараға яҙылыу һәм мәғлүмәт алыу өсөн телефондар:
8 (34743) 2-12-96, 8 (34743) 2-14-63.


Вернуться назад