“Урал батыр” төрлө телдә яңғыраны08.04.2015
Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән үҫеш алған Сәсәндәр мәктәбендә “Урал батыр” эпосы ун көнлөгө уҙҙы.

Бында мәктәпкәсә йәш­тәге балалар, уҡыусылар, студенттар, өлкәндәр ара­һында эпос буйынса ҡала конкурсы ойошторолдо. “Урал батыр” башҡорт, урыҫ һәм сит телдәрҙә яңғыраны. Ун көнлөк башланғанға тиклем ошондай уҡ бәйгеләр балалар баҡсаларында, мәктәп­тәрҙә, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҙғарыл­ды. Еңеүселәр ҡала кимәленә сыҡты.
Мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөндә бәй­генең төп бүләгенә “Ҡурай” балалар баҡ­саһынан Эмиль Иҫәндәүләтов ла­йыҡ булды. I – IV класс уҡыу­сы­ла­ры араһында Рамаҙан Өмөт­баев исемендәге башҡорт лицейынан Ғайсар Нәҙер­ғо­лов, V – VII класс балалары араһында “Ирәндек” лицейынан Ләйсән Таңғатарова, VIII – XI клас­тарҙан башҡорт лицейынан Әлиә Ибраһимова еңеп сыҡ­ты. Уҡытыусылар ара­һынан төп бүләк ошо уҡ лицей уҡы­тыусыһы Гөлнара Ибраһи­моваға тапшырылды.





Вернуться назад