Иҫкелә йәшәп, иҫтәре китмәһен08.04.2015
Иҫкелә йәшәп, иҫтәре китмәһен Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2015 – 2018 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы республика программаһы раҫланды.

Дөйөм майҙаны 39,2 мең квадрат метр тәшкил иткән күп фатирлы иҫке йорттарҙы һүтеү күҙаллана. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалала­рын­да, Мәләүез, Иглин,Туймазы райондарында яңы йорттар һалынасаҡ. Республикалағы өс меңдән ашыу кешегә торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу мөмкинлеге асыла.
Программа сараларын финанс­лауҙың дөйөм күләме 1,77 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан — 1,45 миллиард, урындағы бюджеттарҙан 321 миллион һум бүлеү ҡарала.



Вернуться назад