Йүнселдәргә ярҙам йөҙөнән08.04.2015
Республика Хөкүмәте 2015 йылға “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам күрһәтеү” дәүләт программаһына үҙгәрештәрҙе раҫланы.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты программаны төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән 73,8 миллион һум һәм федераль бюджеттан йәлеп ителгән 300,2 миллион һум иҫәбенә тормошҡа ашырасаҡ. Быйылғы программаның үҙенсәлеге – ҡайһы бер финанс ярҙамы төрҙәрен тергеҙеү. Ундайҙарға яңы эш башлаған йүнселдәргә лизинг договоры буйынса тәүге иғәнәне ҡаплауға грант биреү, лизинг түләүҙәренең бер аҙын, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға, белем биреү хеҙмәттәре өсөн түләүгә бәйле әүәлге тотонолған аҡсаны кире ҡайтарыу, шулай уҡ ойошмаларҙың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү проекттарына ҡағылышлы сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау инә. Тәжрибә-конструкторлыҡ эшен башҡарыу, Бәләкәй бизнестың инвестиция башланғыстарына булышлыҡ итеү фондын төҙөү менән бәйле сығымдарҙы ҡаплау кеүек яңы ярҙам төрҙәре ғәмәлгә индерелде.