“Росгосстрах” штраф түләй08.04.2015
Башҡортостандағы арбитраж апелляция суды Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы сығарған ҡарарҙың ғәҙеллеген раҫланы.
Мәсьәлә “Росгосстрах” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау килешеүен төҙөгәндә бәлә-ҡазанан страховкалау кеүек өҫтәмә хеҙмәтте мәжбүри таҡҡан өсөн 737,5 мең һум күләмендә штраф һалыуға ҡағыла. Хаҡ түләтеү тураһындағы ҡарарҙы Монополияға ҡаршы идаралыҡ комиссияһы сығарған. Уның законлылығын бөтә инстанция судтары тикшергәндән һуң, “Росгосстрах” тарафынан ҡануниәттең боҙолоуы раҫланған.