Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында йәшәгән Илнур Усманов кеүек аяғында ныҡ баҫып торған ир-егеттәр һоҡландырмай ҡалмай. Утыҙҙы аша атлаған йәш кеше кемгәлер бил бөгөүҙе кәрәк тип тапмаған, тотҡан да үҙ эшен башлаған. Былтыр яҙ ул крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәреп, ун биш тана һатып ала.Илнурҙың хужалығына эш бөтөүгә генә килеп туҡтаныҡ: һыйырҙар һауылған, малға ашарға һалынған, быҙауҙарға һөт эсерелгән. Мартта һыйырҙары быҙаулай башлаған – ҡурала туғыҙ быҙау уйнаҡлай ине. Йәш мал өсөн Илнур йылы, иркен һарай һалған. Бесәнен дә мул әҙерләгән: 250 төк өйөлөп ята.
– Әлеге көрсөк заманында бындай яуаплы эшкә тотонғаныңа үкенмәйһеңме? Һөҙөмтәһе нисек?
– Былтыр ошо мәлдә көнөнә 24 литр һөт һауып ала инек. Быйыл инде – 100 литр самаһы. Быҙауҙарға ҡалдырып, ҡалғанын халыҡҡа һатабыҙ. Һөттән генә көнөнә ике мең һумдан ашыу килем алабыҙ. Әлбиттә, ышаныслы ярҙамсыларың, арҡаланыр кешең булмаһа, бындай эште атҡарыуы еңел түгел. Үҙебеҙҙең трактор ҙа, комбайн да бар. Атайым Радик ғүмер буйы колхозда механизатор булып эшләне, шуға техниканы көйләүсе лә эргәлә. Һыйырҙарҙы ҡатыным Ләйсән һауа. Уның эшен еңелләштерер өсөн һауын аппараты алдыҡ. Киләсәктә иһә малды ишәйтергә уйлайым. Һөт ризыҡтарынан тыш, ит етештерергә була, – тип һөйләй ул.
Был йәш ғаилә күптәргә өлгө булырлыҡ: эш, аҡса юҡлыҡҡа зарланып ултырмай, ҡура тултырып мал-тыуар үрсетеп, көнө-төнө хәләл көс менән тормоштарын алға һөрәләр. Донъяларына йәм өҫтәп ҡыҙҙары Камилә, улдары Фәнис менән Раил үҫеп килә. Улар ҙа ҡул араһына инеп, ата-әсәһенә ярҙамлашырға ашҡынып тора.
Яңы эш башлаған фермерға ярҙам рәүешендә бер миллион һумлыҡ грант бирәләр. Усмановтарҙың үҙ хужалығын булдырыуға бер йыл ғына ваҡыт үтһә лә, күҙгә күренерлек һөҙөмтә бар.
Ғаилә башлығы әйтмешләй, көс сығармайынса, уңыш килмәй. Тир түгеп яуланғаны татлы ла була уның.