13 — 19 февралгә йондоҙнамә11.02.2012
Был аҙнала Меркурий Балыҡ йондоҙлоғо аҫтына күсеп, Хирон һәм Нептун менән ҡушыла, уның артынан Ҡояш килә. Ошоға бәйле ваҡиғалар төплө, нигеҙле булыр, ябай ҡарарҙарға урын ҡалмаҫ. Хыялдар, инаныуҙар проблемаға әүерелер. Теләгәнде ысынбарлыҡ менән, бер ғәмәлде икенсеһе менән бутарһығыҙ, өгөтләүҙәргә бирешерһегеҙ. Һиҙгерлек тойғоһо хас булыр, илһам минуттары ҡыуандырыр. Был аҙнала аҙға ғына булһа ла хыялығыҙға яҡынлашырһығыҙ, исмаһам, уның ниндәй икәнлеген аңларһығыҙ.
Аҙна һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр өсөн уңышлы. Үҙегеҙ өсөн әһәмиәтле юл табырһығыҙ. Бының шулай икәнлеген башҡаларға аңлатыу башта ауыр булыр, фекерегеҙҙе иҫбатларға тура килер.
Дүшәмбе төрлө һөйләшеү өсөн ҡулай. Шишәмбе план ҡороғоҙ, был көндө фантазияғыҙҙың сиге булмаҫ, проблемаларҙы хәл итеүҙең төрлө юлдарын табырһығыҙ. Шаршамбы хис-тойғоларға бай булыр – тиҙ генә ҡыҙып китерһегеҙ. Кесе йомала юлдарҙа иғтибар талап ителә, бәлки, сәйәхәтте бөтөнләй кисектереп торорһоғоҙ. Йома – ҡатмарлы көн. Артыҡ күп уйланмағыҙ, фекерегеҙҙе белдермәгеҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн арыу көндәр. Бәлки, белемле һәм танышлыҡтары булған сит кешенең ярҙамына таянырға тура килер.
Буға (21.04 – 21.05)
Был аҙнала һеҙгә бик ышаналар. Дуҫтарығыҙ ярҙам һорар. Балалар һорауҙар менән аптыратыр, тегене йәки быны талап итер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Башланғысығыҙҙы хуплауҙарын теләһәгеҙ, уны иң тәүҙә әйтеп ишеттерергә кәрәк. Бәлки, үҙ-үҙегеҙгә йомолоп йөрөү етеп торор?
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ағымдағы аҙна мөһим осрашыуҙар һәм етди һөйләшеүҙәр өсөн бармай: көтөлмәгән хәл килеп сығып, барыһы ла уңышһыҙ тамамланыуы ихтимал.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Көсөргәнеш арта: эштә лә, өйҙә лә мәшәҡәттәр күбәйер. Нимәнәндер баш тартырға тура килер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Файҙалы тәнҡит менән осрашырһығыҙ. Быны, әлбиттә, шунда уҡ ҡабул итә алмаҫһығыҙ, сөнки ауыр һүҙҙәрҙе һеҙ бик үк өнәп етмәгән кешенән ишетергә тура килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Быға тиклем бик йыш аралашҡан кешеләрҙән алыҫлашырһығыҙ. Сәбәбе – күптәргә ташлама яһарға күнеккәнһегеҙ, шуға бәғзеләр һеҙҙең менән иҫәпләшеп тороуҙы кәрәк тип һанамай.
Саян (24.10 –22.11)
Ҡыҙыҡлы танышыу көтә. Ниндәй генә тармаҡҡа ҡағылмаһын, был һеҙҙә хис-тойғолар буранын тыуҙырасаҡ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һығылмалылыҡ, шул иҫәптән үҙегеҙгә ҡарата ла, талап ителә. Йорт эштәрендә сағыштырыуҙарҙан алыҫ тороғоҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Әҙерлек аҙнаһы. Кәңәш һорарлыҡ кеше тапмаҫһығыҙ, шуға үҙегеҙҙең көсөгөҙгә һәм аҡылығыҙға таянырға тура килер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был көндәрҙә килгән тәҡдимдәрҙе етди ҡабул итеү зарур. Тап шул ғәмәлдән тормошоғоҙҙа яңы осор башланыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Кәңәштәрҙе тыңламағыҙ – үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Бер-бер хәл була ҡалһа, кәңәшселәрегеҙ үҙҙәренә яуаплылыҡ алмаясаҡ!
Өмөтбикә.