Ырыҫ бүлешкәндән арта08.04.2015
Ырыҫ бүлешкәндән арта Иҡтисади көрсөк, ишек шаҡып ҡына ҡалмайынса, түргә уҙғанда, ѳөҙгөләнеүҙән йән һыҙлауына тән ауырыуы ѳөҫтәлгәндә, йырып сыҡҡыһыҙ күренгән хәстәрҙәр алҡымыңдан алғанда, кешегә ни эшләргә? Ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға? Аптыраған мәлдә кемдер дуҫлыҡ ҡулын һуҙа, ѳөшөгән күңелде йылы һүҙе менән йылыта икән, әҙәм балаһы, был донъяла яңғыҙ түгеллеген тойоп, үрҙәр артылырлыҡ көс-ҡеүәт ала.
Шәфҡәтлеләр изге ғәмәлдәре хаҡын­да ҡысҡырып лаф ороп йөрөмәй, быны үҙҙәренең бурысы, тормоштарының айырылғыһыҙ бер өлөшө тип ҡарай. Мохтаждарға ярҙам итеү теләге йөрәк­тән сығырға тейеш, шулай булғанда ғына ул шатлыҡ килтерә. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тиҙәр бит.
Өҫтә яҙылғандар барыһы ла Күмертау ҡалаһының “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улы Исхаҡовҡа төбәп әйтелгән кеүек, ул — тап бына шундай шәхестәрҙең береһе. Уҙаман ҡала һәм район халҡы ѳөсөн мәсет төҙөтһөнмө, берәй ергә спортсыларҙы алып барыуҙа техника менән ярҙам итһенме, саралар үткәреүгә аҡса бүлһенме – ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрлөк түгел.
Зиннур Закир улы икенсе ярты йыл­лыҡҡа ла Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылына, йәғни ауылдаштарына, 50 да­на “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы. Бы­ның өсөн уға ауылдаштарым исеменән оло рәхмәтемде еткерәм. Бәхет тә, шатлыҡ та, ырыҫ та бүлешкәндән кәмемәй, арта ғына, тигәндәре хаҡ икәнен яҡшы аңлай ул. Ҡуй йылы — ырыҫлы, бәрәкәт килтерә торған йыл, тиҙәр. Арҙаҡлы шәхесе­беҙҙең эшендә ҙур уңыштарға өлгәше­үен, кешеләрҙе, яҡындарын ҡы­уан­ды­рып, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.


Вернуться назад