Бергә үтелгән һуҡмаҡ...08.04.2015
Хәйбулла районының почетлы гражданы, 18 йыл КПСС-тың район комитеты етәксеһе булып эшләгән Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡуповтың тыуыуына 90 йыл булды. Мәшһүр шәхес менән күп йылдар яҡындан аралашып, хеҙмәттәшлек иттем. Ғилман Ғирфан улын КПСС-тың БАССР өлкә комитеты тәҡдиме менән 1962 йылдың декабрендә райондың партком секретары итеп һайланыҡ.

Ғилман Ғирфан улы менән тәүге осрашыуым һаман да иҫемдә. Мин, КПСС-тың Хәйбулла райкомы секретары, Салауат исемендәге колхозда мал ҡышлатыу нисек барғанын, ауырлыҡтарҙы хәл итеүгә ниндәй саралар күрелгәнен ҡарап йөрөйөм. Шул ваҡытта райкомдан шылтыратып, тиҙерәк ҡайтыуығыҙ кәрәк, тип хәбәр иттеләр. Ул ваҡытта машина юҡ, ат менән 75 километр араны үтеп, Аҡъярға кискә генә килеп еттем.
Ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, райкомдың беренсе секретары Ғаҡил Илйәс улы Латиповтың кабинетына индем. Унда өс кеше ултыра — Ғ.И. Латипов, партия өлкә комитеты вәкиле М.Г. Билалов һәм таныш булмаған йыуантыҡ ҡына башҡорт кешеһе. Мин һаулыҡ һорашып, уларға ҡулымды биргәс, таныш булмаған кеше урыҫсалап; “Привет тебе, молодой человек”, — тип сәләмләне. Мин уға: “Молодой человек на улице мячи гоняет, а я — секретарь райкома, мне некогда на улице мячи гонять”, — тип яуап бирҙем. Был кеше йылмайҙы ла: “Мин — Ғилман Ғирфан улы Яҡупов, һеҙҙең менән бергә эшләргә килдем”, — тип таныштырҙы үҙен.
Артабан һүҙҙе КПСС-тың өлкә комитеты вәкиле Билалов, беҙ һиңә яңы төҙөләсәк партком аппаратында идеология бүлеге мөдире урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итәбеҙ, тип әйтеп һалды. Уға: “Ошо үҙгәрештәр ваҡытында мине партия аппаратынан бушатып, уҡытыу эшенә ебәреүегеҙҙе үтенәм, тип яҙылған ике ғаризам партия өлкә комитетында ята. Бөгөн дә үҙем уҡыған һәм эш башлаған Аҡъяр урта мәктәбенә эшкә ебәреүегеҙҙе һорайым”, — тип теләгемде ҡабатланым. Шулай итеп, партия комитеты аппаратындағы эштән китеп, Аҡъяр урта мәктәбенең директор вазифаһын ҡабул иттем. Әммә район парткомы ағзаһы һәм район Советы депутаты булараҡ, Яҡупов менән хеҙмәттәшлек иттек.
Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен һәләтле, талапсан етәксе итеп танытты. КПСС-тың Хәйбулла райкомының беренсе секретары Н.Я. Батанов райондан киткәс, хужалыҡтар етәкселәре араһында тәртип йомшарҙы, эшкә һүлпәнерәк ҡараш башланды. Яңы етәксе, бер аҙ район менән яҡындан танышҡандан һуң, партия райкомының бер ултырышында (пленум) беҙгә бөтөнләй таныш булмаған яңылыҡ еткерҙе. “Һеҙ, совхоз директорҙары, партияның райкомы тәҡдиме нигеҙендә республика Хөкүмәте тарафынан ошо хужалыҡтарға етәкселек итергә тәғәйенләндегеҙ, ә һеҙҙе, колхоз етәкселәре, беҙҙең тәҡдим менән колхозсылар үҙҙәре һайланы. Шулай булғас, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм дәүләткә һатыу планын үтәүҙе бер һүҙһеҙ атҡарырға тейешһегеҙ, беҙ был бурыстың үтәлешен тайпылышһыҙ талап итәсәкбеҙ. Ә бына һеҙҙең алда икенсе ҙур бурыс та тора. Ул — юлдар эшләү, социаль-мәҙәни учреждениелар төҙөү, халыҡтың көнкүрешен мөмкин тиклем яҡшыртыу. Был бик ҙур һәм ауыр бурыс һеҙгә дәүләт планы итеп еткерелмәгән, әммә беҙ уның үтәлешен талап итәсәкбеҙ. Һеҙгә урындағы Совет власы тарафынан махсус план итеп еткереләсәк”. Был быға тиклем хужалыҡ етәкселәренә таныш булмаған төшөнсә ине.
1963 йылдың йәйендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә һәр хужалыҡҡа юл төҙөү планы еткерелде. Улар үҙҙәрендә тәғәйенләнгән трактор, юл эшкәртеү техникаһын, автомашиналарын, эшсе көстәрен туплап, ҡырҙа ашау һәм йоҡлау сараларын ойоштороп, бер айлыҡ кампанияға, йәғни Аҡъяр — Сибай йүнәлешендәге юлды төҙөүгә, йәлеп ителде. Ошо айлыҡ үткәнсә, Яҡупов иртәле-кисле эштең барышын тикшереп торҙо, шулай итеп, районда юл төҙөү бурысының беренсе этабы үтәлде.
1964 йылдың йәйендә шундай уҡ алым менән Аҡъяр — Матрай совхозы йүнәлешендә төҙөлөш эше башҡарылды, ә 1965 йылда Аҡъяр — Атингән юлы һалынды. Шулай итеп, Ғилман Ғирфан улының ныҡышлығы һәм тырышлығы арҡаһында ҡыҫҡа ғына ваҡытта Аҡъярҙан өс йүнәлештә бик мөһим һәм кәрәкле юлдар төҙөлдө. Белеме буйынса — уҡытыусы, ләкин ауыл хужалығында ла тәжрибәле етәксе булды ул. Колхоз-совхоздарҙың игенселек яландарында, машина-тракторҙар паркында булғанда ла агрономдар һәм механизаторҙар менән аралашҡанда уның команда биреү түгел, ә мәсьәләне аңлап һөйләшеүе беҙҙе һоҡландыра ине.
СССР-ҙың 1966 — 1970 йылдарға ҡабул ителгән 8-се биш йыллыҡ планы нигеҙендә илдә юғары һәм ныҡлы темпта ауыл хужалығын үҫтереү бурысы ҡуйылды. Ошо йылдарҙа Яҡупов етәкселегендә КПСС-тың Хәйбулла райкомы баһалап бөткөһөҙ күп эш атҡарҙы. Колхоз-совхоз етәкселәренә, ауыл хужалығы белгестәренә бурыстарҙы дөрөҫ ҡуйып, аңлатып, талапсанлыҡты көсәйткәс, төбәк 1966 — 1970 йылдарҙа игенселектә юғары уңыш йыйып, уртаса һәр һөрөнтө гектарҙың төшөмөн 21 центнерға еткереп, республикала алдынғылар рәтенә инде, дәүләткә икмәк тапшырыу планын арттырып үтәп, йыл һайын 100 мең тоннанан ашыу иген ебәрҙе. Дәүләт элеваторҙарына, ә 1968 йылда дәүләт фондына 150 мең тонна юғары сифатлы Хәйбулла ашлығы һалынды. Бындай күрһәткес беҙҙең районда уғаса булғаны юҡ ине.
Хәйбулла районында (ялан яғы булараҡ) һарыҡсылыҡты үҫтереүгә мөмкинлек күп икәнен аңлап, партия райкомы хужалыҡтарҙа ҡуй үрсетеү бурысын ныҡлап ҡуйҙы.
Яңы технологиялар ҡулланып, малдарҙы ҡышҡыһын да яланда көтөп, йылы һарайҙар урынына һалҡын каптун бинаһында (еңел ҡорол­маларҙан төҙөлгән, йылытылмай торған ҡура) тотоп, уларҙың тәбиғәт шарттарына яраҡлашыуын нығытып, йөн сифатын күтәреп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Хәйбулла Башҡорт АССР-ында һарыҡ үрсетеү буйынса эре төбәктәр иҫәбенә инде. Һарыҡтар һаны 120 мең башҡа барып етте, йөн етештереү һәм уны дәүләткә һатыу күрһәткестәре күҙгә күренеп күтәрелде.
Дөйөм хужалыҡтарҙа һыйыр малы үрсетеүгә иғтибар көсәйҙе, яңы ойошторолған сиҙәм совхоздарының барыһында ла фермалар булдырылды. 1970 йылда мал һаны 40 мең башҡа етте, шул иҫәптән һауын һыйырҙары һаны 16 меңдән артты, уларҙың тоҡомо яңыртылды. Малсылыҡ тармағын уңышлы үҫтереү өсөн белемле, һәләтле белгестәр кәрәклеген күҙ уңында тотоп, райком секретары колхоз-совхоздарҙа йәш белгестәрҙе әҙерләүҙе талап итте. Шулар араһында юғары белемле һәләтле зоотехниктар Иван Кокатюха, Ҡәҙим Ҡәйепов, Тәлғәт Әхтәмов күп йылдар уңышлы эшләне, дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Ғилман Ғирфан улы колхоз-совхоз етәкселәре итеп ойоштороу эшен яҡшы белгән, тәжрибәле, һәләтле кадрҙар туплауға күп көс һалды. И.Ғ. Дәүләтбирҙин, Б.И. Петров, М.К. Матюхин, З.Р. Исҡужин, И.Г. Новиков, Ә.А. Хөсәйенов, Ф.Ғ. Әүбәкерев, С.М. Иҫәнбаев кеүек барлыҡ республикаға киң танылған оҫта етәкселәр оҙаҡ ваҡыт эшләп, СССР дәүләтенең юғары ордендары менән бүләкләнде.
Ғ. Яҡупов Хәйбулла районына етәкселек иткән йылдарҙа комбайнсы Абдулла Фәйзуллинға, совхоз директоры Борис Петровҡа, мал ҡараусы Килдебай Сөләймәновҡа, уҡытыусы Лира Камаловаға СССР-ҙың Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелде, ә һауынсы Хәсилә Латипова СССР Юғары Советы депутаты итеп һайланды. Был ябай хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә баһа биреп, КПСС-тың өлкә комитетына мәсьәләне үҙ ваҡытында ҡуя белеү, үҙ тәҡдимен тормошҡа ашырыу район етәксеһенең абруйлы булыуын күрһәтә.
Район етәксеһе булараҡ, Ғилман Ғирфан улы мәктәп, социаль-мәҙәни учреждениелар төҙөүгә күп көс һалды. Уның тырышлығы арҡаһында Ивановка, Ғәлиәхмәт, Атингән, Подольск, Таштуғай, Әбүбәкер, Әбеш, Йәнтеш ауылдарында типовой проектлы яңы мәктәптәр, Быҙаулыҡ, Целинный, Татырүҙәк, Өфө, Федоровка, Яңы Ергән ауылдарында мәҙәниәт йорттары төҙөлдө. Әгәр ҙә ХХ быуаттың 60—70 йылдарында һәр бер яңы төҙөлөш Мәскәүҙең рөхсәте менән генә тормошҡа ашырылыуын иҫәпкә алһаҡ, был бик ҙур батырлыҡ бит. Колхоз-совхоз үҙәктәре урынлашҡан төбәктәрҙә күпләп торлаҡ йорттар күтәрелде, ауылдарҙың йөҙө үҙгәрҙе. Целинный, Подольск, Өфө, Татырүҙәк, Аҡъярҙа һыу үткәргес төҙөү эше ныҡлап башланды.
Урта мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы тормошҡа әҙерләү мәсьәләһен көн тәртибенә ҡуйып, педагогик коллективтарға уҡыусыларҙың производство бригадаларын ойоштороу бурысын йөкмәтте. Белем усаҡтарында колхоз-совхоздар менән берлектә культстандар төҙөп, уҡыусыларҙың производство бригадаларын булдырып, уларҙың йәйге ялын ойоштора башланыҡ. Ғилман Ғирфан улы мәктәптәрҙә булғанда, уҡыусыларҙы ниндәй файҙалы эштәргә йәлеп итәһегеҙ, тимер ҡалдыҡтары, макулатура йыйыуҙа ҡатнашалармы, тип ҡыҙыҡһыныр ине. Әммә халыҡтан йомортҡа, һөт, май йыйыу бурысын бер ваҡытта ла коллектив алдына маҡсат итеп ҡуйманы. Ни өсөн тигәндә, был бурыс мәктәптең һәм уҡыусыларҙың эше түгеллеген яҡшы аңлай ине.
Ғилман Ғирфан улы, ғаилә башлығы һәм атай булараҡ, балаларын тәрбиәләүгә ныҡ иғтибар бирҙе. Мин Аҡъяр урта мәктәбенең директоры булып эшләгән биш йылда уларҙың ғаиләһенән төрлө кластарҙа дүрт бала уҡыны. Һәр класс етәксеһе уҡыу сиректәре тамамланыу һөҙөмтәһенә арнап ата-әсәләр йыйылышы үткәрә. КПСС райкомының беренсе секретары, балаларҙың әсәһен ҡултыҡлап, һәр класс йыйылышына килә. Унда ҡаралған мәсьәләләрҙе иғтибар менән тыңлай, кәрәк тип һанаһа, сығыш та яһай, әммә команда тоны юҡ, кәңәш бирә, шул уҡ ваҡытта үҙе лә уҡытыусыларҙан кәңәш һорай. Уның миҫалында райком-райсоветтың башҡа хеҙмәткәрҙәре лә ата-әсәләр йыйылышына йөрөй башланы.
Дүрт балаһына ла юғары белем алыуға булышлыҡ итте, балалары уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бына шулай булды беҙҙең райком секре­тары. Тормошоноң һуңғы 20 йылдан ашыу ваҡытын ғаиләһе менән Өфөлә йәшәһә лә, тик кенә ятманы ул. Үҙенең белемен, тормош тәжрибәһен йәштәр менән уртаҡлашырға тырышты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, республиканың Ветерандар советы эшендә лә әүҙем ҡатнашты. Уның менән бергә эшләгәндәге тәьҫораттар иҫтә оҙаҡ һаҡланыр.

Роберт АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны, Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.



Вернуться назад