Мөхәммәт Ғәлиулла улы Сафин Ҡалҡан ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Үҫмер сағынан уҡ “Баш Урал” колхозында төрлө эштә йөрөй. 1953 йылда Ҡалҡан ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Ул саҡта егет-ҡыҙҙар көндөҙ колхозда тырыша, ә кисен мәктәпкә уҡырға йөрөй. Икенсе йылына Мөхәммәтте хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул дүрт йыл Владивосток ҡалаһында, Тымыҡ океан флотында матрос булып хеҙмәт итә.Сынығыу алған егетте ҡайтҡас колхоздың комсоргы итеп һайлайҙар. Яҡташтарының ышанысын аҡлай Сафин: колхоз комсомолдары эштә лә, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, район буйынса йәштәр араһындағы социалистик ярыштарҙа еңеп сыға.
Йәш саҡ — дәртле саҡ, тиҙәр. Мөхәммәт донъя көтөргә көсө ташып торған, уңған Ҡалҡан ауылы һылыуы Клараға ғашиҡ була. Йәштәр бер-береһен яратып, матур итеп туй үткәрә. Клара тәүҙә колхозда, аҙаҡ почтала эшләй. 1958 йылдарҙа Учалы тимер юл станцияһы төҙөлгәс, унда эшкә урынлашып, хаҡлы ялға сыҡҡансы тырышып эшләй. Сафиндар ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
1961 йылда Мөхәммәт Ғәлиулла улын Өргөн урмансылығына эшкә алалар. Көн һайын үҙенә беркетелгән урман-тау биләмәләрен байҡап, ул ысын күңелдән тәбиғәткә, ундағы тереклеккә ғашиҡ була. Күңеленә ята был изге һөнәр, тәбиғәтте насар уйлы кешеләрҙән һаҡлау уның тормош рәүешенә әүерелә. Ул заманда урмансылар иңенә тубырсыҡ йыйыу, ағас үҫентеләре ултыртыу кеүек эштәр ҙә йөкмәтелгән була.
– Беҙ ултыртҡан ҡарағайҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ, ике йыллыҡ ҡына үҫентеләр ине — бура бурарлыҡ дәү урманға әйләнделәр. Үҙебеҙ тәрбиәләп үҫтергән ағастар эргәһенән үткәндә, күңел күтәрелеп, ҡыуаныс артып китә, — ти райондаштары араһында абруй ҡаҙанған Сафиндар. Ысынлап та, яҡташтары өсөн күпме изге эш ҡылған улар!
1990 йылда Мәскәүҙең Союздар йортонда тәүге тапҡыр ил буйынса урмансылар съезы була. Унда Башҡортостандан урман хужалығы министры менән бөтәһе ете кеше делегат булып бара. Ярыштарҙа ал бирмәгән Мөхәммәт Ғәлиулла улына ла ошо сарала ҡатнашыу бәхете тейә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ағай бик күп миҙал, иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Эйе, ғүмер — сикле, ваҡыт — сикһеҙ, шуға күрә изге эштәр атҡарып ҡалыу үҙе бер бәхеттер. Мөхәммәт ағайҙың йорто тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Урман шауын, урман йырын тыңлап, балаларының игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, ҡыуанып йәшәй Сафиндар. Үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп үҫтергән мөһабәт ҡарағайҙар — уларҙың ҡыуанысы, йыуанысы.