Бөгөн ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең үҙ көсөнә генә ышанып, мал аҫрап, донъя көтөүе бер кемгә лә сер түгел. Тап шундайҙар — ауылдың тотҡаһы һәм киләсәге лә. Тап улар – ауылдаштарын эшле, ашлы иткән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған ышаныслы терәк тә. Шундай мал йәнле, бәләкәйҙән “ат ене” ҡағылған ағайҙарҙың береһе Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Илдар Рахманғолов булыр.Ул хеҙмәт юлын туған колхозында электрик булып башлай. Илдә колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, ауыл халҡы аптырап ҡалған бер мәлдә Илдар Хөсәйен улы тәүәккәлләп фермерлыҡҡа тотона. Тәүҙә, әлбиттә, ауыр була. Ул саҡта барыһы ла эшҡыуарҙарҙы алыпһатар булараҡ ҡабул итә. Закондарҙың эшләмәүе, фермерҙарға кире ҡараш яңы эш башлағандарға ҙур ауырлыҡтар тыуҙыра. Тиҙҙән барыһы ла артта ҡала. Бөгөн “Таштуғай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте —районда иң уңышлы эшләгәндәрҙең береһе. Малсылыҡ менән йылҡысылыҡ йүнәлешен һайлаған фермер ит етештереү тармағына өҫтөнлөк бирә.
Малдың һаны менән ҡыҙыҡһынғас, Илдар Рахманғолов йылмайып ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, күп фермерҙар ошо хаҡта мәғлүмәт биреүҙән тартына, сөнки улар араһында шундай юрау йәшәй: малыңдың күпме булыуын кешегә һөйләргә ярамай. Шулай ҙа белешә алдыҡ: 50-гә яҡын башҡорт тоҡомло аты һәм 100-ҙән ашыу һыйыры бар. Ун биш кешегә эш урыны булдырылған. Уңған эшҡыуар 1 мең 150 гектар майҙанда иген һәм мал аҙығы культуралары сәсә. Башҡорт аттары үҙҙәренең сыҙамлы һәм түҙемле булыуын дәлилләй, улар тибенлектә тиерлек ҡыш сыға.
— Һыйырҙарығыҙ бар, һаумайһығыҙ, йылҡығыҙ бар, ҡымыҙ етештермәйһегеҙ, – тигәнгә, “Файҙаһы юҡ”, — тип яуап ҡайтарҙы Илдар Хөсәйен улы.
— Ысынлап та, һөт тапшырыу үҙен аҡламай, – тип яуапланы фермер. – Беренсенән, уны ҡайҙа тапшыраһың? Ауыл район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан, етмәһә, Аҡъярҙа һөт йыйыу пункты юҡ. Һөттө Мәләүезгә йәки Белоретҡа алып барыр кәрәк, юл сығымдарын ғына һалғанда ла, табышһыҙ килеп сыға. Шуға күрә малды иткә оҙатыу күпкә отошлораҡ.
— Итте тапшырыу ауырлаштымы? — тип һораным.
— Шулай шул. Кемдеңдер “шәп” башы менән ҡабул ителгән закондың ауылда мал тотҡандар өсөн йәпһеҙ булыуын һәр кем аңлай, әммә ярҙам итеүсе юҡ. Осһоҙ хаҡҡа һатырға, кемдеңдер кеҫәһен байытырға тура килә инде тағы ла, — тип уфтанды ул.
Ҡымыҙ етештереү буйынса ла проблемаларына туҡталды. Үҙҙәре өсөн, ауыл халҡына тәҡдим итерлек ҡымыҙ әҙерләргә була, әммә уны һатам тиһәң, тағы юл сығымдары бәкәлгә һуға.
Шулай ҙа заман менән йәнәш атлаған, бар ауырлыҡты үҙ көсө менән еңеп сығырға күнеккән, күптән инде эшҡыуарлыҡтың ҡаты ҡанундарына бешеккән Илдар Рахманғоловтың киләсәккә пландары ҙур. Нисек тә мал һанын арттырыу, йылҡысылыҡты үҫтереү уйы менән яна ул. Тик ауыл бөгөн дәүләт ярҙамынан башҡа йәшәй алмай. Яғыулыҡ-майлау материалдарына, орлоҡ һатып алыуға йылдағыса субсидия бүленмәһә, яҙ күп фермерҙарҙың баҫыуға сыға алмаясағы көн кеүек асыҡ. Банк фермерлыҡты үҫтереү буйынса кредит бирә, тип күпме генә һөйләһәк-яҙһаҡ та, бөгөн дә ябай ауыл кешеһенә, хатта аяғында ныҡлы баҫып торған фермерға уның ишеген асып инеү мөмкин түгел.