Манышты батыры07.04.2015
Мәсәғүт Әйүп улы башта телевизорҙы ҡабыҙҙы ла, унан тәҙрә ҡорғандарын ситкә тартып, ябалаҡлап яуған ҡарҙы бер аҙ күҙәтеп торғас, ултырып тапшырыуҙы ҡарай башланы. Электән шулай ғәҙәтләнгән. Ә хәҙер телевизорҙан Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йыш күрһәтәләр.

Бала саҡ хәтирәләренә төшөп китте бабай. Атаһын һуғышҡа алып киткәнде төштәге кеүек хәтерләй. Шулай булмай һуң, ни бары өс кенә йәштә ине бит.
...Көтмәгәндә һуғыш тоҡанғас, ир-ат, ғаиләһен, яҡындарын зар илатып, фронтҡа ашыға. Әйүп Хызыр улы ла өс йәшлек Мәсәғүтен, кәләше Орҡояһын ҡалдырып, яуға юллана. Кескәй балаһын – ҡуйынына, һөйөклөһөн ҡосағына алып хушлашҡанда ғәзиздәрен башҡаса күрмәйәсәге, кендек ҡаны тамған Маныштыһына кире әйләнеп ҡайтмаясағы тураһында уйҙар башына ла инеп сыҡмағандыр уның. Ә уйында бары бер теләк – илде дошмандан азат итеү.
Егет алғы һыҙыҡҡа үҙ теләге менән китә. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә – хатта сигенгәндә лә — һалдат үҙен аямай, яҡты киләсәк өсөн көрәшен дауам итә. Гитлерсылар Мәскәүгә яҡынлаша башлағас, баш ҡала дошман тырнағына эләкмәһен өсөн ҡаты алыша беҙҙекеләр. Шул уҡ йылдың 19 декабрендә совет ғәскәрҙәре контрһөжүмгә күскәндә батырҙарса һәләк була Әйүп Хызыров. Кәләшенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡайғылы хәбәр килә. Миллионлаған һалдат ерләнгән, ә уның ҡәбере билдәһеҙ...
Ололарҙың һөйләүе буйынса, ул, уҡый-яҙа белмәһә лә, донъя хәлдәре менән ныҡ ҡыҙыҡһынған, күп нәмә тураһында хәбәрҙар булған. Өҙҙөрөп гармунда уйнағанында, йырлағанында күптәр күҙ йәштәренә ирек ҡуйған. Сослоғо хаҡында ла һоҡланып иҫләйҙәр: айыу кеүек эре йыртҡыс йәнлектәргә генә һунар иткән.
Беҙҙең яҡтарҙа Инйәр йылғаһынан Эҫемгә тиклем һалда йөҙгәндәр. Бер ваҡыт иртән тороп яр буйына килһә, һалдың юҡлығына иғтибар иткән Әйүп Хызыр улы. Киткән йүгереп һыу ағышы ыңғайына. Ғәбдөк ауылына етәрәк бурҙы ҡыуып етеп, ҡаянан һикереп төшкән уның өҫтөнә. Минеңсә, шундай ҡыйыу кеше ҡапылдан юғалырға тейеш түгел. Берәй ҡасан эҙәрмәндәр ошо һалдат тураһында остоҡ ҡына булһа ла хәбәр табыр.
Атаһы хаҡында хәтер Мәсәғүт Әйүп улының ғына түгел, уның балаларының да йөрәгендә мәңге һаҡлана. Әҙәм балаһы гелән ышаныс менән йәшәй. Беҙ, яҡындары, Әйүп Хызыровтың ҡәберен табырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ...





Вернуться назад