Ҡыштан да йәм табайыҡ11.02.2012
Һеҙҙең дә бөтә булған йылы әйберҙәрегеҙҙе кейергә, иртән зыңғырлаған сәғәтте бәреп осороп, артабан... апрелгә тиклем йоҡлағығыҙ киләме? Яуабығыҙ “эйе” икән, тимәк, һеҙ ҡышты өнәп етмәйһегеҙ. Яңғыҙ түгелһегеҙ: донъяла ҡышты яратмаусылар бик күп.
Эшкә китәһең — ҡараңғы, эштән ҡайтаһың — ҡараңғы. Тышта йә сатлама һыуыҡ, йә болоҡһоу күктән бер туҡтауһыҙ ҡар яуа. Берсә өшөтә, берсә ҡат-ҡат кейенеүҙән тирләтә. Кәйеф булмауын, йыш ауырыуҙы, тиренең, сәстәрҙең боҙолоуын да иҫәпкә алһаң, ысынлап та, ҡыш ялҡыта.
Беҙҙә һыуыҡтар ноябрь башынан башланып март аҙағынаса дауам итә. Үкенескә ҡаршы, ҡыштан баш тартып булмай. Шулай ҙа был миҙгелде лә, рәхәтлек табып уҡ булмаһа ла, еңелерәк үткәреп ебәрергә мөмкин.

Бына һеҙгә ябай ғына кәңәштәр:

- витаминын ҡабул итегеҙ. Ҡояш — был витаминдың төп сығанағы! Шуға күрә болотло ваҡытта кеше уның етмәүен тоя, һөҙөмтәлә — арыу һәм насар кәйеф. Бынан ҡотолоу өсөн башҡа сығанаҡтар эҙләгеҙ. Мәҫәлән, D витаминына аҡ май, сыр һәм башҡа һөт аҙыҡтары, йомортҡа һарыһы, балыҡ майы, ыуылдырыҡ, кесерткән, петрушка һәм бәшмәктәр бай.

- Зарядка яһағыҙ. Иртән эшләнгән зарядка уянырға һәйбәт ярҙамсы. Уяныу менән, тормаған килеш үк, яңы көнгә йылмайығыҙ, тәмле итеп кирелегеҙ. Аҙаҡ бүлмәгеҙҙе елләтеп алғандан һуң ун минут ҡына булһа ла физик күнегеүҙәр яһағыҙ.

- Душ ҡабул итегеҙ. Күптәр һалҡын душ инеүҙе файҙалы тип иҫәпләй, әммә был бигүк дөрөҫ түгел. Эҫе душ һеҙҙе тиҙерәк уятасаҡ һәм организмығыҙҙың эшен әүҙемләштерәсәк. Сынығыу өсөн аҙаҡ һалҡыныраҡ душҡа күсергә лә була. Кәйефте күтәреү өсөн әфлисун, рауза, лимон, пачули кеүек еҫле гелдәрҙе файҙаланығыҙ.

- Йылдың был миҙгелендә йоҡоға күберәк ваҡыт бүлеү талап ителә. Был процесс организмға ҡышҡа өйрәнергә ярҙам итә.

- Яңы шөғөл табығыҙ. Яңы эш һәр ваҡыт депрессиянан ҡотҡара. Автомобиль йөрөтөү, сит телде өйрәнеү курстарына яҙылығыҙ, фитнес-клубта, бейеү йәки йөҙөү менән шөғөлләнегеҙ. Унда яңы кешеләр менән танышасаҡһығыҙ, яңы тәьҫораттар һәм энергия аласаҡһығыҙ.

- Йәйәү күберәк йөрөгөҙ. Айырыуса ҡояшлы көндәрҙә өйҙән йышыраҡ сығығыҙ. Саф һауа һәм күнекмәләр ҡан әйләнешен яҡшырта, нервыларҙы көйләй. Бынан тыш, йәйәү йөрөү тынысландыра һәм кәйефте лә күтәрә.

- Төҫтәр өҫтәгеҙ. Белгән кешеләр күберәк ҡыҙыл һәм һары төҫтәге емеш-еләк һәм йәшелсә ашарға кәңәш итә. Тимәк, витаминдар ҙа арта, кәйеф тә күтәрелә. Иң яҡшы антидепрессант тип мандарин һәм банан иҫәпләнә. Һоро, ҡара кейемдәрҙе сағыу төҫлөләргә алмаштырығыҙ. Үҙегеҙҙең дә, башҡаларҙың да кәйефен күтәрәсәкһегеҙ.

- Музыка тыңлағыҙ. Берәй күңелле генә көй йәки үҙегеҙгә оҡшаған музыка ауыр уйҙарҙан арынырға ярҙам итер.

- Тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ. Рәхмәтлелек тойғоһо насар кәйефтән ҡотҡара. Тыштағы һыуыҡ йәнегеҙгә тейәме? Ә бит барыһының да тағы ла хөртөрәк булыуы ихтимал. Йылынырға — өйөгөҙ, ашарға — ашығыҙ, һөйләшергә яҡын кешеләрегеҙ һәм, иң мөһиме — тормошоғоҙ бар. Һыуыҡ, ҡар, болоҡһоу күк кеүек ваҡ-төйәк тирә-яғығыҙҙа ни тиклем күп яҡшы нәмәләр барлығын оноттормаһын.

Ә дөйөм алғанда, юҡ ерҙә ғауға яһамайыҡ! Ярар, ҡыш һыуыҡ, ти... Шунан нимә булған? Ҡыш йыл һайын килә, һәр саҡ төрлөсә. Миҙгелдең һәр мәле менән ҡәнәғәт булырға кәрәк. Быйылғы ҡыш иһә бөтөүгә табан бара. Әле мартта ла бер ни тиклем һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡламай яҙ килеп етер. Шуға күрә танауҙы төшөрмәй генә, артабан да тормоштан йәм табып, йәшәүҙе дауам итәйек.


Вернуться назад