Хәүефте иҫкәртеү маҡсатында07.04.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда Рәсәй Дәүләт Думаһының Наркоманияны, ВИЧ-инфекцияны һәм социаль әһәмиәтле башҡа сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм комплекслы реабилитациялау буйынса фракция-ара депутаттар төркөмө 16-сы күсмә ултырышын үткәрҙе.
Сара Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Сергей Железняк рәйеслегендә үтте. Унда Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, депутаттар, Федерация Советы ағзалары, федераль һәм республика министрлыҡтары, ведомстволары етәкселәре, вәкилдәре, эксперттар ҡатнашты.
Константин Толкачев әйтеүенсә, наркомания менән эскелектең таралыуы социаль афәткә, Рәсәйҙең милли именлегенә етди янаған хәүефкә әүерелде. Ул Башҡортостандың ошо сирҙәрҙе иҫкәртеүҙе хоҡуҡи көйләү йәһәтенән тәжрибәһе, федераль кимәлдәге закон сығарыу эшендә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.