Паркта тәртип булһын!07.04.2015
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында Рөстәм Хәмитов тиҙ арала Өфөләге мәҙәниәт һәм ял парктарын тәртипкә килтерергә ҡушты. И. Якутов исемендәге парктың хәле республика Башлығында айырыуса ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра.
– Әлеге биләмә шәхси ойошмаға 49 йылға ҡуртымға бирелгән. Балалар паркы кеүек йәмәғәт майҙансыҡтарының кемгәлер тапшырылыуы ғәжәпләндерә. Биләмәлә тәртип юҡ. Халыҡ балалар менән ял итеү мөмкин түгеллегенә, юлдарҙың төҙөк булмауына, ресторандарҙың иһә гөрләп эшләүенә зарлана, – тине төбәк етәксеһе. – Ниңә балалар өсөн тәғәйенләнгән паркта бындай эшмәкәрлек рөхсәт ителгән? Ике-өс йыл элек ундағы етәкселек менән етди һөйләшеү булғайны. Шул ваҡыттан алып хәл бер ҙә үҙгәрмәгән. Паркта тәртип урынлаштырыуҙы талап итәм, юғиһә ҡуртым килешеүен тарҡатыу эшен башларға тура киләсәк.