Башватҡыс11.02.2012
БашватҡысУҡыусыларыбыҙға ял сәғәттәрендә сисеү өсөн япондар уйлап сығарған башватҡыс тәҡдим итәбеҙ. Японсанан тәржемә иткәндә су — “һан”, доку “айырым тороусы” тигәнде аңлата. Донъяның төрлө тарафтарында судоку буйынса йыйынтыҡтар ҙур тираж менән баҫыла.
Иғтибарығыҙға — сираттағы башватҡыс. Шарты ябай: буш шаҡмаҡтарҙы 1-ҙән 9-ға тиклем һандар менән тултырығыҙ. Һәр юлда горизонталь буйынса ла, вертикаль буйынса ла, шулай уҡ ҡалын һыҙыҡтар менән билдәләнгән барлыҡ туғыҙ блокта ла бер иш ике һан булырға тейеш түгел. Ябай һәм ҡатмарлы ике вариант тәҡдим итәбеҙ.


Вернуться назад