“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының филиалы — Башҡортостан почта элемтәһе идаралығының Мораҡ почтамты етәксеһе, район Советы депутаты Рәмилә Салауатова яңыраҡ үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
Ул 1956 йылда ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған көндә Шәрифулла Ғәлийән улы менән Мәрфуға Ғәлимйән ҡыҙының ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға тыуа. Тик сабыйға ата-әсәһе наҙына ҡойонорға насип булмай. Рәмиләгә алты ай тигәндә, көтмәгәндә әсәһе мәрхүм була. Шәрифулла япа-яңғыҙ өс бала менән тороп ҡала. Әсәне һуңғы юлға оҙатҡан көндә үк уның һеңлеһе Гөлфариза ире Йосоп Исмәғилев менән Рәмиләне Муса ауылына алып ҡайтып китә. Ҡыҙҙы үҙ балалары кеүек күреп, наҙлап, уҡыу йәшенә ҡәҙәр тәрбиәләп үҫтерә улар.
Мәктәпкә барғас, Рәмиләнең иң беренсе уҡытыусыһы Фазулла Рәхмәтулла улы Бикбаев була. Ҡыҙ яҡшы уҡыуы, тәрбиәле булыуы менән һәр саҡ яҡын туғандарын шатландыра. Рәмилә апаһы менән еҙнәһен әсәй, атай урынына күрә. Уға матур тәрбиә бирәләр, бер кем дә аҫырау бала тип әйтмәй.
Башланғыс мәктәпте тамамлағас, Рәмиләне Мораҡ урта мәктәбенә урынлаштыралар. Уны Йосоптың бер туған ағаһы Сәфәр Исмәғилев үҙ ғаиләһенә ала. Тырыш ҡыҙ Мораҡ мәктәбен дә яҡшы билдәләргә тамамлай. Үҙе һайлаған һөнәре буйынса Һамар ҡалаһындағы политехник техникумға уҡырға инә. Диплом алғас, Рәмилә Башҡортостанға — үҙенең тыуып үҫкән төйәге Күгәрсенгә — ҡайта. Район етәкселеге, почта элемтәһендә белемле кадрҙар етешмәүен яҡшы аңлап, йәш белгесте 1977 йылда Йомағужа элемтә үҙәгенә эшкә тәғәйенләй.
Рәмилә үҙенә ышанып тапшырылған эште арыу-талыу белмәй башҡара, айырыуса ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу осоронда әүҙемлек күрһәтә. Хеҙмәтенең тәүге йылында уҡ халыҡтың хөрмәтен яулай ул. 1990 йылда Йомағужала ике ҡатлы почта элемтә бинаһын төҙөтөүгә күп көс һала. Кеселекле, кешелекле, ярҙамсыл булыуы менән ул етәкселәрҙең ышанысын, кешеләрҙең күңелен, ихтирамын яулай. Шуға ла Рәмилә Шәрифулла ҡыҙын йомағужалар, бөгөн дә яҡын күреп, ҡайҙа ғына осратһалар ҙа, бер туғандары кеүек ҡабул итеп, сәләмләйҙәр, хәл-әхүәл һорашалар.
Тормош дауам итә. 2001 йылда Рәмилә Шәрифулла ҡыҙын Мораҡ почтамты башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул үҙен тиҙ арала оҫта ойоштороусы, талапсан, белдекле етәксе итеп танытырға өлгөрә. Уның коллективы хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса районда ғына түгел, Башҡортостан Республикаһында иң яҡшылар иҫәбенә инә. Мораҡ почтамты 2001 йылдан алып республикала һәр саҡ беренселәр рәтендә.
2008 йылда Рәмилә Шәрифулла ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының почта хеҙмәте мастеры” тигән маҡтаулы исем бирелә. Һәм был нигеҙле лә: Мораҡ почтамты коллективы 2009 йылда — 1-се, 2010 йылда 2-се урын яулай. Почта хеҙмәткәрҙәре араһында “Мегафон” абоненттарын теркәүҙә беренселеккә сығып, “2010 йылғы почтамт еңеүсеһе” исеменә лайыҡ булалар һәм диплом менән бүләкләнәләр.
Рәмилә Шәрифулла ҡыҙы бөгөн дә ҡыҙыу эш өҫтөндә. Мораҡ почтамтын Ейәнсура районының Иҫәнғол почтамты менән берләштергәс, халыҡҡа элемтә хеҙмәте күрһәтеү иңдәргә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ ҡына түгел, ауырлыҡтар ҙа өҫтәй, сөнки Ейәнсура районында ғына 16 элемтә бүлексәһенә ҡараған 81 ауыл халҡын хеҙмәтләндереү бурысы тора. Күгәрсен районында иһә 113 ауылда 33,1 мең кеше йәшәй. Әлбиттә, эш күләме ҙур, шуға ҡарамаҫтан, оҫта, кешелекле етәксе Рәмилә Шәрифулла ҡыҙы үҙ коллективын тотороҡло эшләүгә йүнәлтеүгә, рухландырыуға өлгәшә.
Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы.