Һөнәр үрҙәре бейек07.04.2015
Беҙ, Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының III курс студенттары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса педагогик практикабыҙҙы тамамланыҡ.

Һөнәребеҙҙе ысынбарлыҡта башҡарып ҡарау өсөн Сибай, Ишембай, Белорет ҡала­ларындағы башҡорт мәктәптәренә, Өфөнөң Рә­ми Ғарипов, Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияларына юлланабыҙ. Өсөбөҙгә – Гөлфи­рә Вәлиеваға, Нурания Билаловаға һәм миңә – 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын­да практика үтеү бәхете тейҙе. Унда иһә беҙҙе бик йылы ҡаршыланылар, эш тә йылдам барҙы.
Тәүге аҙнала гимназия мөхите менән та­ныш­тыҡ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән практиканттар менән аралашып, байтаҡ файҙалы мәғлүмәт, ғилем алдыҡ.
Уҡытыусы эшенең барлыҡ нескәлектәрен асып һал­ған Рәсимә Миңләхмәт ҡыҙы Алла­моратоваға оло рәх­мә­тебеҙҙе белдерәбеҙ. Гимназия уҡыусыларының бе­лем кимәле юғары булыуы ла практикаға йәм өҫтәне. Төрлө әҙәби-мәҙәни саралар йыш үткәрелде. Рәми Ға­риповтың тыуыуына 83 йыл тулыуға арналған митинг, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән осрашыу, егеттәр араһында “Уралтау бөркөт­тәре”, отҡор һәм ғилемлеләр өсөн “Мөғжизәләр яланы” уйыны ҡатнашыусыларҙы ла, тамашасы­ларҙы ла битараф ҡалдырманы.
Практика үтеү байтаҡ ҡатмарлы һынау бул­ды, хаталар аша өйрәндек, методика буйынса белемебеҙҙе нығыттыҡ. Туған универ­си­те­ты­быҙҙан уҡытыусылары­быҙ Зәкиә Мыр­ҙағолова, Рәмзиә Мостафина, етәксебеҙ профессор Ми­рас Иҙелбаев асыҡ дәрестәребеҙгә килде, үҙ баһаһын ҡуйҙы, кәңәштәре менән ярҙам итте.
Бер-беребеҙгә өйрәнеп киткән уҡыусыла­ры­быҙ, ос­таз­дар менән хушлашыуы еңел булманы. Белем уса­ғының йылы, рухлы мөхите үҙенә тартып, һаман да һағындыра. Рәхмәт һиңә, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты!

Нәзилә СОЛТАНҒОЛОВА,
БДУ-ның III курс студенты.



Вернуться назад