Ҡаһым түрә төйәгендә07.04.2015
Ҡаһым түрә төйәгендә Рим Янғужин исемендәге Айыу­сы мәктәбендә Әҙәбиәт йылына, Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған кисә үтте. Унда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ағзалары Кәрим Булат, Рәмзәнә Әбүталипова ҡатнашты.

Сарала мәктәп директоры Әнисә Урманцева, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, мәк­тәп яулаған уңыштар, БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалы башҡорт фи­ло­логияһы факультетын тамамлап, әле районда башҡорт теле һәм әҙә­биәтенән белем биреүсе уҡытыусы­лар хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән бәйән итте.
Яҙыусылар иһә уҡыусыларҙы әҙә­биәттең йәшәйештә биләгән урыны, әһәмиәте менән таныштырҙы, бала саҡтағы мәҙәк ваҡиғалар, һөнәр һай­лауға ҡағылышлы кәңәштәре менән уртаҡлашты, йылы әңгәмә ҡорҙо.
Артабан мәктәп музейына экскурсия ойошторолдо. Унда уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар һәм ата-әсә­ләр тырышлығы менән бай тарихи-этнографик ҡомартҡы тупланған. Дан­лыҡлы исеме мәктәпкә бирелгән ауылдаштарына – тарих фәндәре докторы, профессор Рим Янғужинға – арналған материалдар ҙа ошонда һаҡлана. Айыусы ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәр араһында Ҡаһым түрә, Рә­сәй дәүләтенә ҡушылыу тураһында батша менән һөйләшеүҙә ҡатнашҡан Аҙнай старшина вариҫтары ла бар. Ҡаһым түрә иҫтәлегенә стела, “Ашҡа­ҙар” йырының тексы яҙылған таш, өр-яңы мәсет ауылды биҙәп тора.
Ауыл китапханаһы мөдире Наилә Хәйбуллина ҡунаҡтарҙың китаптарынан күргәҙмә ойошторған, ул, ғөмүмән, уҡыусыларҙы китапханаға йәлеп итеү, ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төрлө са­ра, осрашыуҙарҙы йыш үткәрә. “Еп сә­йе”, “Баш ашы” кеүек йола байрамдары мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, тотош ауыл халҡын милли әҙәбиәткә, ха­лыҡ ижадына яҡынайта, онотолған ғө­рөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Төп эшенән тыш, Наилә Сәйетхан ҡыҙы “Оҫта ҡулдар” түңәрәген етәк­ләй. Китапханала түңәрәк ағзала­ры­ның төрлө әйберҙәрҙән яһалған су­ве­нирҙары өсөн айырым шкаф бул­дырылған. Ҡулдан һуғылған таҫта­мал­дар, һандыҡ, мурҙа, сабата, со­­лоҡ, аҫалы балаҫ түшәлгән һике һәм баш­ҡалар – тынғыһыҙ хужабикәнең ғо­рурлығы.
Әҙәбиәт йылы Ҡаһым түрә төйә­ген­дә лә яңы исемдәрҙе асыр, уҡыусы­ларҙың күңел түрҙәрендә бөрөләнеп килгән ижади орлоҡтарҙың сәскә аты­уы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Рәмзәнә ӘБҮталипова,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры.





Вернуться назад