Ҡыҫҡаса...04.04.2015
1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды, ул 15 июлгә ҡәҙәр да­уам итә. Был юлы Ҡораллы Көстәргә 150 мең 145 егет алынырға тейеш. Былтыр көҙ 154 мең 100 кеше саҡырылғайны, план ту­лы­һынса үтәлгән. Был юлы Ҡырымдан да 500 егет хеҙмәткә алына. Әйткәндәй, контракт буйынса ике йыл хеҙмәт итергә теләгән юғары белемле ир-егет арта.
***
Илдә ташландыҡ ҡәберҙәрҙе ҡабаттан файҙаланыу хаҡында бәхәс тынмай. Әле ошо йәһәттән “Рәсәй Федерацияһының ер­ләү хеҙмәте тураһында”ғы Законға үҙгәреш­тәр индереү хаҡында һүҙ бара.
***
9 Майҙа Рәсәй ҡалаларында ветерандар маршы уҙғарыу ҡаралған. Мәскәүҙәге па­радҡа 160 һуғыш ветераны саҡырылған. Уларҙың 85-е ил төбәктәренән булһа, 75-е – сит дәүләттәрҙән.
***
“Мәктәптәр етерлек күләмдә финанс ярҙамы ала, улар ата-әсәнән аҡса йы­йырға тейеш түгел. Әгәр ундай хәл була ҡал­һа, ялыу менән мөрәжәғәт итергә мөм­кин”, – тип белдерә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
***
Украина президенты Петр Порошенко 2 ап­релдә илдең телерадиотапшырыуҙарына бәйле үҙгәрештәр индерелгән законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 1991 йылдан Рәсәйҙә тө­шөрөлгән фильмдарҙы күрһәтеү тыйыла.
И. ХАҠОВ әҙерләне.



Вернуться назад