Китапханаға байбыҙ04.04.2015
Республикала иғлан ителгән Әҙәбиәт йылының һөҙөмтәле үткәрелеренә өмөт бағлап яҙылған мәҡәләгә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан яуап хаты алдыҡ.


Унда хәбәр ителеүенсә, “2009 йылда республика Яҙыусылар союзының 75 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уның идара бинаһы эсендә 7 миллион 400 мең һум­лыҡ капиталь ремонт эшләнгән, 1 миллион 150 мең һумға йыһаз һатып алынған. 2014 йылда иһә, 80 йыллыҡ юбилей уңайынан, Яҙыусылар союзына 25 мең һумлыҡ компьютер һәм башҡа техника тапшырылған. Ойошманың эшмәкәрлеге өсөн быйылға йәнә 3 миллион 600 мең һум аҡса бүленгән.
Милли әҙәбиәт музейына бина булдырыу йәһәтенән әлеге ваҡытта Министрлыҡ бер нисә тәҡдим-проектты өйрәнә.
Китапханалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федера­цияһында һәм Волга буйы федераль округында тәүге урында килә. Бөгөн республикала ике дәүләт, 1669 муниципаль китапхана иҫәпләнә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға һәр кем үҙ теләге менән әҙәбиәт тапшыра ала.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар планына ярашлы бәйге ойошторолдо һәм әҙибәгә һәйкәл эшләнде. Уны урынлаштырыу, тирә-яғын йүнәтеү өсөн сығымдар талап ителә. Кәрәкле аҡса табылыу менән һәйкәл урынлаштырыласаҡ”.

Г. ҒӘБИТОВА әҙерләне.




Вернуться назад