Ауылҡайым ауа бит...04.04.2015
Борай районында тыуып үҫтем, әлеге мәлдә күрше республикала, Ижевск ҡалаһында йәшәйем. Юл төшөп, ғәзиз ауылыма ҡайтҡан һайын йөрәгем яна. Борсолоуҙа­рымды һеҙҙең менән уртаҡлашам.

Таңһыҙар урамдарын яҡтыртыу өсөн бер генә лампочка ла ҡуйылмауы күңелде өйкәй. Ауыл яйлап бөтөүгә табан бара, йәштәргә эш урындары юҡ, булған халыҡ кибетһеҙ интегә. Ә заманында, бынан 20-30 йыл элек, ауылда һарыҡ, ҡуян, йылҡы фермалары, пилорама, умарталыҡтар гөрләп тора ине.
Бер был ғына түгел, республиканың башҡа күп ауылдары ла ошондай аяныслы хәлгә төшкән. Эш, йәшәү шарттары булдырып, биләмәләргә яңы һулыш өрөүгә бөтөнләй өмөт итеп булмаймы икән ни?!





Вернуться назад