Белем кимәлен төҫмөрләү өсөн04.04.2015
“Орбита-2015” бәйгеһе ауыл мәктәптәрендә белем алған V – VI класс уҡыусыларына башҡа тиҫтерҙәре менән бер рәттән төрлө олимпиадала ҡатнашыу мөмкинлеген аса.


Башҡортостандың Мәғариф министр­лығы менән Республика баш­ҡорт лицей-интернаты тарафынан быйыл бишенсе тапҡыр ойош­то­ролған полиолим­пиада алты фән буйынса тест формаһында үтә. Математика, логика, урыҫ теленә айырым иғтибар бүленә, һәр береһенән – 30-ар һорау. Инглиз, башҡорт телен үҙләштереү кимәле 10 һорау ярҙамын­да тикшерелә.
Бәйгенең төп маҡсаты – һәләтле, ижади фекер йөрөткән уҡыусыларҙы асыҡлау, улар­ҙа белем алыуға, ғилми-тикшеренеү эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.
– Балаһының полиолимпиадала йыйған балдары аша ата-әсә уның белем кимәлен төҫмөрләй ала, – ти Республика башҡорт лицей-интернаты директорының ғилми-методик эш буйынса урын­баҫары Әсхәт Зарипов. – Иң яҡшы һөҙөмтә күр­һәткән уҡыусы – iPhone, ә еңеүсе команда ағза­лары планшетлы компью­тер менән бүләк­лә­нәсәк.
“Орбита-2015” бәйге­һендә ҡатнашыу өсөн теркәлеү 12 апрелгәсә бара, ә полиолимпиада 26 апрелдә Өфө, Баймаҡ, Белорет, Дәүләкән, Дүртөйлө, Күмертау, Ок­тябрьский, Сибай, Стәрле­тамаҡ, Учалы, Яңауыл ҡалаларында һәм Аҡъяр, Асҡар, Иҫәнғол, Йылайыр, Малаяҙ, Мәсәғүт, Мораҡ, Иҫке Собханғол ауылдарында үтә.




Вернуться назад