Байрамды лайыҡлы ҡаршылайыҡ04.04.2015
Башҡортостан Хөкүмәте йортонда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
– Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән. Был йәһәттән Хөкүмәткә ғариза бирҙек, – тине төбәк етәксеһе. – Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк, был тағы 1 173 кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Бының өсөн Хәтер вахтаһы, конференциялар үткәреү зарур. Эҙәрмәндәр отрядтарының эшен билдәләп үтке килә. Йыл һайын улар төрлө яҡтарға сыға. Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә Башҡортостандан 125 мең һалдат бар. Уларҙың исемен тергеҙеү – ҙур эш. Еңеү көнөндә республиканың төрлө тарафтарынан баш ҡалаға 300-ҙән ашыу ветеран киләсәк. Уларҙы лайыҡлы ҡаршылап, онотолмаҫ байрам үткәреү – беҙҙең төп бурыс.
Үҙ тармағында атҡарылған эштәр буйынса төбәк етәксеһе алдында төрлө ведомство һәм министрлыҡ вәкилдәре отчет тотто.