“Аҡса табыуҙың башҡа сығанаҡтары ла бар”04.04.2015
Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикалағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың II Граждандар форумында ҡатнашты.

Республика етәксеһе “Бергә эш итәбеҙ!” тигән күргәҙмә экспозицияһын ҡараны, активистар менән аралашты һәм сараның пленар ултырышында сығыш яһаны.
Республика Башлығы билдәләүенсә, әле төбәктә биш меңгә яҡын йәмәғәт ойош­маһы эшләй. Улар етди көстө, ҡеүәтле ресурсты тәшкил итә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөмкинлек әлегә тейешенсә файҙаланыл­май.
– Эшегеҙҙең тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә ҡы­ҙыҡ­лы өлгөһө яҡшы таныш, – тине төбәк етәксе­һе. – Финанслау, матди ярҙам мәсьә­лә­лә­ренең хәл ителмәүе хаҡында ла бе­ләм. Муниципаль кимәлдә берлектә тығыҙ хеҙмәттәшлек тә яйға һалынып бөт­мәгән. Әммә һеҙ – әүҙем кешеләр. Ҡайһы бер түрәләрҙең аяҡ салыуына ҡарамаҫтан, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тейеш­һегеҙ.
Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, йәмәғәт үҙидараһын үҫтерергә, граждандарҙың беренсел ойошмаларын төҙөргә кәрәк. Әле был йәһәттән ҡалалар ғына әүҙемлек күр­һәтә. Коммерцияға ҡарамаған ойош­ма­ларҙы финанслау мәсьәләһенә килгәндә, Рөстәм Хәмитов, бағыусылар менән меце­наттарҙан тыш, аҡса табыуҙың башҡа сы­ға­наҡтары ла бар, тип билдәләне. Мә­ҫә­лән, былтыр Башҡортостандың көнь­яҡ-көнсы­ғышындағы ете районда урындағы баш­ланғыстарҙы үҫтереү проекты тормошҡа ашырылды. Юлдарҙы һәм урамдарҙы төҙөкләндереү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, һыу менән тәьмин итеү буйынса мөһим эштәргә аҡсаның бер өлөшөн халыҡ үҙе йыйҙы. Федераль министрлыҡтар, Рәсәй фондтары үткәргән йәмәғәт ойошмалары проекттары конкурстарында ла ҡатнашырға кәрәк.
(Сығыштың тулы тексы республика Башлығының рәсми сайтында урынлаш­тырылған).



Вернуться назад