Киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ?04.04.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән Өфөнөң мәҙәни һәм тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуға ниндәйҙер кимәлдә баш ҡалала йәшәгән Майя Малинаның төбәк етәксеһенә “Иҫке Өфө”нөң үҙәген тергеҙеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүе сәбәпсе була. Фекер алышыуҙа, хат авторынан тыш, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау буйынса йәмәғәт советы ағзалары Владимир Захаров менән Александр Лебедев ҡатнашты.


Майя Малина Аксаков урамындағы мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы иҫәпләнгән йортта йәшәй. Был бина йәшәүгә яраҡһыҙ тип табылған һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса төбәк адреслы программаһына индерелгән. “Иҫке Өфө”нөң тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу теләге Майя Малинаны хат яҙырға мәжбүр иткән дә инде.
— Ҡалабыҙҙа алып барылған төҙөлөш эштәре мине борсоуға һала, — тине ул. — Ҡайһы бер объекттар күҙҙең яуын алһа, бәғзеләренә ҡарауы ҡыҙғаныс. Киләсәк быуынға нимә ҡалдырабыҙ?
Рөстәм Хәмитов тәнҡит һүҙҙәре менән ризалашты. Шулай ҙа, республика Башлығы билдәләүенсә, архитектура ҡомартҡылары һаналған йорттарҙа йәшәгәндәрҙе күсереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур. Ә иҫкеләрен төҙөкләндереп, йәмәғәт ойошмаларына, офистарға йәки учреждениеларға тапшырырға кәрәк.
Республика Башлығы Өфөлә генә түгел, башҡа ҡала һәм райондарҙа ла мәҙәни, тарихи мираҫ объекттарын асыҡлау, рәсмиләштереү өлкәһендә эште әүҙемләштерергә ҡушты.
Бюджет һәм бюджеттан тыш аҡсаларҙы үҙендә туплаясаҡ архитектура һәйкәлдәрен тергеҙеү буйынса махсуслаштырылған фонд булдырыу ҙа — өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ул тергеҙеү эштәрен тиҙләтергә мөмкинлек бирер тип күҙаллана. Бынан тыш, фондтағы аҡса иҫәбенә ошо тармаҡ өсөн махсус белгестәр әҙерләргә мөмкин буласаҡ.








Вернуться назад