Һуңғы йылдарҙа катокка йөрөү модаға инеп китте. Ҡала боҙ майҙандарында бәләкәй баланан алып өлкән йәштәгеләргә тиклем кешеләр мыжғып тора. Ҡыштың иң күңелле һәм шул уҡ ваҡытта сағыштырмаса арзан ял итеү сараһы бит ул. Кәйеф күтәреү генә түгел, һаулыҡ өсөн дә файҙаһы ифрат ҙур. Бер һүҙ менән әйткәндә, өйҙә ятҡансы ғаиләгеҙ, дуҫтарығыҙ менән катокка юлланығыҙ.
Әгәр катокка йыш йөрөргә ниәтләнһәгеҙ, иң яҡшыһы — коньки һатып алығыҙ. Хаҡтары төрлөсә, Интернет-магазиндар аша ҡулдан 500 һумдан башлап һәм юғарыраҡ хаҡҡа алырға була.
Конькийығыҙ булмаһа ла артыҡ ҡайғырмағыҙ, һәр бер катокта уны прокатка бирергә әҙерҙәр. Өфөлә катоктар күп. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән танышып сыҡтыҡ. Бына уларҙың иң билдәлеләре:
- М. Ғафури паркындағы каток. Унда йылы сисенеү бүлмәһе, әйберҙәр һаҡлау камераһы, кафе бар. 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн инеү түләүһеҙ. Үҙеңдең конькиҙарың менән килһәң шыуыу хаҡы балалар өсөн — 70, өлкәндәргә — 100 һум, парктың конькиһын алып торһаң 150 һум тирәһе буласаҡ. Шулай уҡ коньки үткерләтеү мөмкинлеге лә бар, хаҡы — 100 һумдан.
- “МЕГА” комплексында асылған яңы каток өфөләрҙең яратҡан ял итеү урынына әйләнеп тә өлгөрҙө. Ул көн һайын иртәнге сәғәт ундан киске 21.45-кәсә эшләй. Бер сеанс ике сәғәт дауам итә. Көплө, йылы каток йыл әйләнәһенә ялһыҙ һәм байрамһыҙ эшләй. Ике сәғәт йөрөү — 150 һум. Балалар һәм 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн һаҡланыу комплекты һәм шлем бирелә.
- И. Якутов исемендәге парк катогы. Көн һайын сәғәт 11-ҙән киске 10-ға тиклем эшләй. Өлкәндәр — 50, балалар 40 һумға күпме теләй, шунса йөрөй ала. Ә прокатҡа коньки алыу сәғәтенә 100 һумға барып баҫасаҡ. Түләүһеҙ гардероб һәм буфет эшләй.
- “Аҡбуҙат” ипподромы янындағы каток. Көн һайын иртәнге сәғәт ундан төнгө 12-гәсә эшләй. Үҙ конькиҙарың менән инеү — 50, прокатҡа алыу — 100 һум.
- “Нефтяник” стадионы катогы. Шаршамбы, йома — 16 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем, шәмбе, йәкшәмбе — көндөҙгө икенән киске туғыҙғаса. Коньки прокаты: балаларға — 20, өлкәндәргә — 60 һум. Үҙ конькийың менән инеү балалар өсөн — 30, өлкәндәргә — 50 һум. Гардероб, сисенеү бүлмәһе, кафе, музыка бар.
n Йәштәр мәҙәниәт һарайы янында (аграр университет туҡталышы) иртән сәғәт 11-ҙән киске 11-гә тиклем көтәләр. Прокатҡа коньки алыу — 60 һумдан, боҙға сығыу шулай уҡ 60 һумдан башлана. Йылы сисенеү бүлмәһе, буфеты бар.
n Ҡунаҡ һарайы. Киске сәғәт һигеҙҙән иң һуңғы килеүсегә тиклем эшләй. Өлкәндәргә — 100, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн — 50 һум. Прокат бар, өлкәндәргә — 150, уҡыусыларға — 80 һум.
Катоктан тыш һуңғы бер-ике йылда тюбингта шыуыу шулай уҡ популяр ял итеү шөғөлөнә әйләнде. Унда тау саңғыларында һәм сноубордтарҙа баҫып тора алмаған балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп шыуа ала. Йомшаҡ, уңайлы өрөп тултырылған санаға ултыр ҙа, әйҙә, алға!
Өфөлә иң билдәле тюбингта шыуыу урындары “Олимпик-парк” та, “Аҡ йорт” үҙәгендә һәм Еңеү паркы артындағы тауҙа. Хаҡтар шулай уҡ 100 һумдан башлана һәм сәғәтенә 400-500-гәсә барып етә. Залогка документтар йәки аҡса ҡалдырыу мотлаҡ.