Антҡа хыянат итмәйҙәр04.04.2015
Антҡа хыянат итмәйҙәр – Тәмәкегә, араҡыға, наркоманияға – юҡ, юҡ, юҡ!..
– Сәләмәтлеккә һәр саҡ тоғро буласаҡбыҙ!
– Һеҙҙең алдығыҙҙа ант итәбеҙ!
1 сентябрь көнө мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан балалар ана шулай итеп барлыҡ ауылдаштары алдында ант бирә. Ә был беҙҙең милләттә шаяртып ысҡындырған һүҙ түгел. Кеше ғүмере буйына антына тоғро булырға тейеш. Федоровка районының Яңы Яуыш мәктәбендә ошондай матур йола бар хәҙер. Дөрөҫ, илдең сәләмәтлеген хәстәрләүҙе мәктәптән үк башларға кәрәк. Балалар – беҙҙең киләсәк.

“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡат­наш­ҡан Яңы Яуышта бөгөн 114 ху­жалыҡта йәмғеһе 450 кеше йәшәй. Бында мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, ике шәхси магазин бар. Йәмәғәт ойошмаларынан иһә ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ҡоро уңышлы эшләп килә.
– Эскелеккә ҡаршы көрәште бы­нан алты йыл элек башланыҡ, – ти мәктәп уҡытыусыһы Тәзкирә Ғәлина. – Милләтебеҙҙең күҙ алдында зә­ғифләнеүенә, бынамын тигән ауыл­даштарыбыҙҙың үлеүенә нисек би­та­раф ҡалмаҡ кәрәк?! Тәүҙә өлкән йәштәге абруйлы апайҙар менән ултырып кәңәшләштек. Артабан ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, эскән ҡа­тындарға, “йәшел йылан” һатыу­сы­ларға бергәләп аңлатыу эше үткәрә башланыҡ.
Абруйлы педагог, Башҡортостан­дың мәғариф отличнигы, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсы еңеүсеһе, В. Сухомлинский миҙалы менән бүләкләнгән Тәзкирә Нәҙир ҡыҙының башланғысын күптәр хуп­лап ҡаршы ала. Бигерәк тә Әлмира Ғәбдрәшитова, Флүрә Бикйәнова, Гөлсөм Йомағолова, Шәүрә Дәүләт­баева, Әлфиә Юлғотлина кеүек уңған хужабикәләр йәмәғәтселек эшенә дәррәү ҡушыла.
Антҡа хыянат итмәйҙәр– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатна­шырға Яңы Яуышта йәшәүселәр былтыр үҙҙәре тәҡдим итте, – ти Ба­ла Сытырман ауыл хакимиәте башлығы Мәрғизә Арыҫланова. – Был эштә ағинәйҙәрҙең өлөшө бик ҙур. Улар эскелек менән мауыҡ­ҡандарҙы оялтып та, кәңәше менән дә тыңлаттыра ала. Әлбиттә, хәҙер бында бер кем дә эсмәй тип әйтеп булмай. Әммә яҡшы яҡҡа үҙгә­реш­тәр күҙгә салынып тора. Үлем осрағы кәмене. Был бит – үҙе ҙур ҡаҙаныш.
Республика конкурсы уңайынан Яңы Яуышта һиҙелерлек эштәр баш­ҡарылған. Ауыл халҡы ҡатнаш­лығындағы йыйылыштар, өмәләр, спиртлы эсемлек һатыусылар менән һөйләшеүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Йәнтөйәктең күркәмлеген дә хәстәрләй улар. Тыныслыҡ, Аш­ҡаҙар, Йәштәр урамдарында юл һа­лы­на, шәхси хужалыҡтар тө­ҙөк­лән­дерелә. Фәһемле һүҙҙәр бер­кетел­гән яҙыуҙар ауылды биҙәп тора. Йәй уҙғарылған шәжәрә байрамдары ла сәләмәт тормошто киң йәйелде­реүҙе төп маҡсат итеп ала.
Ауыл халҡы киләсәктә лә изге юлынан тайпылмаҫ. Сәләмәтлектең конкурс өсөн түгел, ә үҙҙәренә кәрәк икәнлеген яҡшы аңлай улар.


Вернуться назад