Йөрәк ҡушыуы буйынса04.04.2015
Йөрәк ҡушыуы буйынса – Күптән түгел Рәсәй парламентарийҙары Тажикстанда йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, сәйәсмәндәрҙән торған делегация составында яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы Рафаил Зинуров менән ҡатнашып, сит тарафтарҙа үҙем өсөн көтөлмәгән асышҡа юлығыуыма әле булһа ҡыуанып бөтә алмайым, — тип сәфәрҙә тыуған фекерҙәре, уй-тойғолары менән ихлас уртаҡлашты Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева.

– Әле Тажикстанда 50 мең тирәһе ва­тандашыбыҙ йәшәй. Уларҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, милли йо­ла­ларын, телен, мәҙәниәтен, айы­рыуса урыҫ телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡараһы бар. Йәнле һөйләшеү барышында ике яҡлы гуманитар хеҙмәттәшлекте ны­ғытыу, йәмәғәт ойошмаларының эшен йәнлән­дереү, берлектәге проекттарҙы тормош­ҡа ашырыу буйынса аныҡ бурыстар билдәләнде.
Рәсәйҙең Тажикстандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Игорь Лякин-Фролов Дүшәнбе ҡалаһындағы һәм “Дуҫлыҡ” башҡорт-татар милли үҙәгенең эшен ыңғай баһалап, ошо ерҙә Башҡортостанда тыуып үҫкән батыр яҡташыбыҙ ерләнгәнен телгә алды. Ябай һалдат ҡына түгел, ә Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Ленин, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры! Шәхестең исемен Тажикстандың Турсунзаде ҡалаһындағы 98-се мәктәп ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә, тигәстәре, ҡыҙыҡһыныуым тағы ла арта төштө.
– Дүшәнбенән алыҫмы был мәктәп? Нисә сәғәт барырға? Герой ҡайҙа ерләнгән икән? — тип һораша башлағас, ниәтемде һүрелтмәҫ өсөн сәфәр маршрутын үҙгәртергә ҡарар ителде. Сит-ят тарафта туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек хисе айырыуса көсәйә торғандыр. Ер аяғы — ер башы тигәндәй алыҫ илдән килеп, Герой яҡташымдың эҙҙәренән үтмәү, шәхесен иҫкә алмау, Тыуған иленән ҡош телендәй булһа ла сәләм еткермәү гонаһ булыр тип уйланым. Тажик халҡы яҡта­шы­быҙҙың иҫтәлеген 70 йыл буйы ҡәҙерләп һаҡлай икән, уларға ла рәхмәт йөҙөнән йылы һүҙебеҙҙе еткереү сауап булыр...
Советтар Союзы Геройы, Благовар районының Иҫке Әмир ауылы егете, 16-сы гвардияның Чернигов кавалерия дивизияһы пулеметсыһы, өлкән гвардия сержанты Бакир Рәхим улы Дәүләтов исемен йөрөткән мәктәптә булыу, уның ҡәберенә баш эйеп, тере сәскәләр һалыу, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан оло ихтирамыбыҙҙы еткереү, моғайын, ғүмеремдәге иң тетрәндергес, сағыу, моңһоу минуттар булып хәтерҙә ҡалыр...
* * *
Хәҙер уҡыусыларыбыҙҙы Бөйөк Еңеү тарихының тағы ла бер бите, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ 78 батырының береһе менән таныштырып үтәйек. Быйыл уның тыуыуына — теүәл 100 йыл. Ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. 15 йәштән илдең төрлө тарафтарында төҙөлөштә эшләй. Аҙаҡ Тажикстанда төпләнә, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, Регар районының 1 Май исемендәге колхоз рәйесе урын­баҫары була. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың хәтирәләренән күренеүенсә, тәүге хәрби сынығыуҙы Сталинград эргәһендәге алыштарҙа ала.
Днепр йылғаһы өсөн барған көслө һуғышта яҡташыбыҙ ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 28 сентябрендә эскадронда иң тәүгеләрҙән булып расчет менән берлектә йылғаның уң яғына сыға (Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районының Вялье ауылы тирәһе) һәм дошмандың ут нөктәһен пулеметтан атып юҡ итә. Ниһайәт, эскадронға “йәшел ут” асыла. Иртәгәһенә Галки ауылы өсөн барған алышта, дошман төркөмөн аяуһыҙ ҡыйратып, совет яугирҙәренә юл аса. Тимер пулемет та утлы ҡойонда сыҙамай — ватыла, әммә Бакир фашистарҙы, винтовканан атып, ҡырыуын дауам итә.
Дошман тылында ла хәрби бурысты үтәргә тура килә. Немецтарға яңы көс килеүенә юл ҡуймау, хәрби техникаһын, ҡорал ташыған машиналарын юҡ итеү маҡсаты күҙ уңында тотола. Ҡыҫырыҡ­лауға түҙә алмай сигенгән, асыуҙан ярһыған дошманды ҡыйратыуҙа тылдағы төркөм лайыҡлы өлөш индерә. Ниһайәт, хәрби төркөм оҙайлы алыштарҙан һуң һөжүм итеүсе армияға ҡушыла.
“Көндән-көн Днепрҙың уң яҡ яры буйлап плацдармды киңәйтә-киңәйтә, дошманды йылғанан ары ҡыуалайбыҙ. Бер аҙ ял итеп, өҫ-башыбыҙҙы тәртипкә килтереп, ҡоралдарҙы тулыландырҙыҡ. Ошо тын алған ваҡыт арауығында беҙҙе, алдынғы фронтовиктар булараҡ, КПСС ағзаһы кандидатлығына алдылар, — ти үҙенең хәтирәләрендә Бакир Рәхим улы. — Был минең өсөн оло ихтирам билдәһе булды, иптәштәрем алдында уларҙың ышанысын аҡларға һүҙ бирҙем. Аяуһыҙ 1943 йылдың аҙағы ине...”
Ниндәй рух күтәренкелеге, юғарылыҡ, саф, изге тойғолар хас булған яҡта­шы­быҙға. Ошондай берҙәмлек, туғандарса йылы мөнәсәбәт, илһөйәрлек тойғоһо көслө булғанға ла бөгөн улар еңеүсе исеменә хаҡлылыр.
1944 йылдың 8 ғинуарында Бакир Дәүләтов ҡаты яралана. Мина шартлап, ике аяғын да өҙҙөрә. Госпиталдә дауаланып ятҡанда уға шатлыҡлы хәбәр еткерәләр.
– Һеҙгә Советтар Союзы Геройы исемен биргәндәр! — тип һөйөнсө алалар. Йыл буйы үлем менән яғалашып, яугир йәнә еңеп сыға, I группа инвалиды булып, Тажикстанға ҡайта, ҡаланың социаль тәьминәт мөдире була, йәмәғәт эштәрен башҡара.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: элекке Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Мена райо­ны­ның Березное урта мәктәбе уҡыусылары оҙаҡ ваҡыт 16-сы Башҡорт атлы Чернигов дивизияһының хәрби юлын өйрәнә, төбәкте фашистарҙан азат итеүҙә ҡат­нашҡан яугирҙәр хаҡында материал туп­лай, республикабыҙҙың байтаҡ мәк­тәп­­тәре менән хат алыша, музейҙар ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә. Әлеге ваҡытта тарихты яңынан яҙырға, дөрөҫлөктө инҡар итергә, Бөйөк Еңеүҙең баһаһын төшөрөргә маташҡандарға ошо хәҡиҡәт биттәрен барларға, иҫкә төшөрөргә кәңәш итер инек.
Бакир Рәхим улы кеүек мил­лион­дарҙың батырлығынан тыуған Еңеүҙең ҡәҙерен ебәрергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Тажик халҡына мең рәхмәт: ете тиҫтә йыл үтһә лә, уларҙың тере хәтере ныҡлы. Турсунзаделар Бакир Дәүлә­товты тап үҙҙәренең ҡаһарман улы тип иҫәпләп, йөҙ йыллыҡ юбилейын тантаналы шарттарҙа үткәрергә йыйына икән, һис тә үпкә юҡ. Киреһенсә, халыҡтар дуҫлығына күпер һалған, араларҙы яҡынайтҡан, йөрәк һәм намыҫ ҡушыуы буйынса яһалған аҙым тип баһаларға кәрәк.






Вернуться назад