Ғорур тауҙар иле - Тажикстан04.04.2015
Ғорур тауҙар иле - Тажикстан Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының махсус йөкләмәләр буйынса илсеһе Вадим Луков билдәләүенсә, 8-10 июлдә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары берләшмә ағзаларына күп яҡлы хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн мөмкин­лек асасаҡ. “Әле саммиттарға әҙерлекте теүәлләргә торабыҙ. Республика етәксе­леге һәм федераль органдар лайыҡлы инфраструктура булдырыу йәһәтенән бик күп көс һалды”, — тине ул.

Ә беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы саммит­тар­ҙа ҡатнашасаҡ илдәр менән танышты­рыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн иғтибар үҙәгендә — Тажикстан Республикаһы.
Тажикстан (баш ҡалаһы — Дүшәнбе) Үҙәк Азияның иң бәләкәй иле һанала. Күп төрлө үҫемлектәр, хайуандар донъяһы — респуб­ликаның ғорурлығы. Был яҡтарҙа уларҙың “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгәндәрен дә осратырға мөмкин.
Тажикстандың иң иҫтәлекле урындары — 2500 йыл элек нигеҙ һалынған боронғо ҡалалары. Айырыуса Пенджикент, Худжант, Гиссар, Ура-Тюбе, Курган-Тюбе, Куляб туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ғөмүмән, Тажикстан — бейек таулы төбәк. Шуға ла был яҡтарҙы альпинистар бик ярата. Тәби­ғәте, милли парктары, Фанск тауҙарындағы серле күлдәр, шифалы сығанаҡтар — тажиктар былар тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
Был яҡтарҙа мәҙәниәткә ҙур иғтибар бүленә. Айырыуса бейеү сәнғәте тажик халҡының ҡаҙанышы һәм ғорурлығы һанала. Был сәнғәт төрөнөң үҙенсәлектәре хатта меңәр йыл элек эшләнгән һәйкәлдәрҙә лә сағылыш таба. Тарихи йылъяҙмаларҙа боронғо тажик ҡалаларының профессиональ бейеүселәре менән дан тотоуы тураһындағы мәғлүмәт һаҡлана. Ябай үткенселәрҙе, сәйәхә­тселәрҙе, тарихсыларҙы, тикше­реү­селәрҙе әсир иткән улар. Әлбиттә, заманында бындай сәнғәт төрө баҫҡынсылар, урындағы руханиҙар тарафынан яҡлау тапмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тажиктар халыҡ ижадын быуаттар аша бөгөнгө быуынға килтереп еткерергә көс тапҡан. Бөгөн тажик ғаиләһендә бер байрам да бейеүһеҙ үтмәй. Әлбиттә, Ислам диненең йоғонтоһонда был яҡтарҙа парлы бейеүҙәр юҡ. Әгәр ир-егет һәр ҡайҙа сығыш яһай алһа, гүзәл затҡа ҡарата талап ҡатыраҡ — улар өйөндә генә бейеү хоҡуғына эйә. Шуға күрә Тажикстанда хатта театр күренештәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең сығышына бүленә.
Азия халҡының аш-һыуы хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Был яҡтарҙа кулинария — үҙе бер сәнғәт өлгөһө. Бигерәк тә һыйыр, һарыҡ итенән әҙерләнгән ризыҡтар телеңде йоторлоҡ. Әйткәндәй, тажиктар ҡаҙ, өйрәк итен өнәп бармай, балыҡ, йомортҡаны ла һирәк ҡуллана. Милли аш-һыу башлыса асыҡ утта, мотлаҡ ҡаҙанда әҙерләнә. Ғөмүмән, тажик ризығы элек-электән бик тәмле һәм файҙалы һанала.
Был яҡтарҙың туй йолаһын да билдәләп үтке килә. Был — тажиктар өсөн үҙе ҙур байрам, ғәҙәттә, тантананан эргә-тирәләге берәү ҙә ситтә ҡалмай. Әйтеүҙәренсә, туй тәү сиратта ҡунаҡтар өсөн әҙерләнә, ә кәләш менән кейәү — сараның шаһиттары ғына. Ҡыҙ менән егеттең ата-әсәһе балалар бәләкәй саҡта уҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡты хәл итеп бөткән була. Туйҙы атай-әсәйҙәр ойоштора, йәштәр әҙерлек мәшәҡәттәренә ҡыҫылмай. Иң ҡыҙығы — улар туйға тиклем бер-береһен бөтөнләй белмәүе лә ихтимал. Был яҡтарҙа ҡыҙҙарҙы кейәүгә иртә бирәләр, 16 йәшлек кәләштәр “ултырған ҡыҙ” һанала.
Туйға етди әҙерләнәләр. Сығымдар ҙа юғары. Тажик туйында меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы ихтимал. Шуныһы мөһим: байрам айыҡ үтә. Бында берәү ҙә спиртлы эсемлек ҡулланмай, эскәндәре — сәй. Туйҙар был яҡтарҙа бик күңелле!

БЕЛЕШМӘ

ТАЖИКСТАН – Үҙәк Азиялағы дәүләт, СССР составындағы элекке Тажик Совет Социалистик Республикаһы
Майҙаны — 142 100 км²
Халҡы — 8 205 400 кеше
Баш ҡалаһы — Дүшәнбе
Ҙур ҡалалар — Дүшәнбе, Куляб, Хорог, Курган-Тюбе, Худжанд
Валютаһы: сомони
Эске тулайым продукт — 17,555 млрд. доллар


Вернуться назад