“Беҙҙең гүзәл еребеҙҙе дошман тапап йөрөмәһен!”04.04.2015
“Беҙҙең гүзәл еребеҙҙе дошман тапап йөрөмәһен!” Ҡарт олатайым Дәүләтбай Мәүлет улы Яҡупов Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуған. Уның Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төшкән фотоһына ҡараған һайын күҙҙәремә йәш эркелә — һүрәттән рухи көс, ышаныс, яғымлылыҡ бөркөлгән төҫлө. Уларҙың быуынына хас сифаттар был. Шуныһы үкенесле: күптәренең ғүмере һуғыш яланында йәшләй өҙөлгән. Мәҡәләмде тыныс тормошобоҙ, киләсәгебеҙ, Тыуған ил азатлығы өсөн батырҙарса һәләк булғандар иҫтәлегенә бағышлайым.

Олатайым Йыһанур Яҡупов: “Һуғыш бөтөргә бер нисә көн генә ҡалғас, атайым Германияла вафат булып ҡалған, әммә ерләнгән урыны билдәһеҙ”, – тип һөйләй торғайны. Атай-әсәйем менән ҡарт олатайым тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға тырыштыҡ. Күптән түгел Башҡорт­остан эҙәрмәндәре ярҙамында был маҡсатҡа өлгәштек.
Табылған документтарға яраш­лы, гвардияның өлкән сержанты Дәүләт Яҡупов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡылыслылар һәм танкка ҡаршы ҡорал бүлектәре командиры булып хеҙмәт итә. 1945 йылдың ғинуарын­да Польшаның Томашев ҡалаһы һәм Янкув-Пшигодки ауылы өсөн алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн III дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Был хәрби операция­ларҙа фашистарҙың ике дзотын тар-мар итеүгә һәм төҙөк бро­нетранспортерҙарын тартып алыу­ға өлгәшә. Быға тиклем Укра­ина­ның Волынск өлкәһендәге “Овадно” станцияһы эргәһендә тимер юл күперен дошман гарнизонынан азат итеп, беҙҙең һал­даттарға юл асҡан өсөн ҡарт олатайыма «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырыла. Фронтта күр­һәткән батырлыҡтары өсөн ул 1945 йылдың 27 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән дә бүләкләнә.
Олатайым һөй­лә­гәнсә, уның атаһы йәш­тән үк ныҡышмал, ҡы­йынлыҡтарға биреш­мәҫ, көслө ир-азамат була, кешеләргә һәр ваҡыт изгелек ҡыла, тыуған ере өсөн, ғәҙеллек, тигеҙ­лек, азатлыҡ кеүек бөйөк идеялар менән янып йәшәй. Фронтта, үҙен аямайынса, беренселәрҙән булып һөжүмгә күтәрелә, ауыр хәрби операция­ларҙа ҡатнаша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарт олатайым һуғыш бөттө тигәндә генә, 1945 йылдың 23 апрелендә, Берлин эргәһендәге стратегик әһә­миәткә эйә булған Креммен ҡалаһы өсөн барған алышта һәләк була һәм ошо урында ерләнә. Уның батырлығы, рухы беҙҙең йөрәк­тәрҙә мәңге һаҡланыр.
Ҡыҙыҡлы бер мәғлүмәт менән дә бүлешкем килә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы Али Карнай 1942 йылда һуғыш яланында бер һалдат яҙмаларына юлыға һәм, уларға таянып, “Дон далаларында” исемле бәйет яҙа. Был әҫәр VI класс уҡыусыларының “Туған әҙәбиәт” дәреслегенә лә ингән. “Дон далаларында”ғы хәл-ваҡи­ғалар ҡыҙылармеец Яҡупов исеменән тасуирлана. Үрҙә телгә алған яҙмалар беҙҙең яҡы­ны­быҙҙыҡы булһа кәрәк. Ғаиләбеҙ менән был әҫәрҙе уҡыған һайын геройҙың ҡарт олатайыбыҙ Дәү­ләт Яҡупов менән оҡшаш яҡта­рын, биографик дәлилдәр менән күп өлөштәрҙең тура килеүен күреп ғәжәпләндек. Минеңсә, был яҙмалар ысынлап та ҡарт олата­йымдың көндәлеге булған­дыр. Бәйеттә шундай юлдар бар:
Ҡыҙылармеец Яҡупов –
Башҡортостан иленән.
Яҙам ошо бәйетемде,
Яраланғас билемдән.
Иҫән булһам, Тыуған илгә
Бер әйләнеп ҡайтырмын,
Беҙҙең баштан үткәндәрҙе
Телем менән әйтермен.
Ғәзиз балаҡайҙарымды
Ҡыҫып-ҡыҫып һөйөрмөн,
Үҙебеҙҙең күргәндәрҙе
Бәйнә-бәйнә һөйләрмен...
Пушкаларҙан да аттыҡ беҙ,
ПТР-ҙан да аттыҡ беҙ.
(Ҡарт олатайым ПТР бүлеге командиры булған. — Авт.)
Ҡаршы килгән танкыларҙы
Селпәрәмә ваттыҡ беҙ...
Комэскадрон Ибраһимов
Беҙгә команда бирҙе:
– Эскадрон, атакаға! – тип
(Ҡарт олатайым 2-се эскадрон­дың ҡылыслылар бүлеге командиры булған. – Авт.)
Яңғыратып бар ерҙе...
Стәрлелә ҡарбуз үҫә,
Алма үҫә Бөрөлә.
Янғантауҙан ҡараһаң,
(Беҙҙең яҡтағы тау. — Авт.)
Беҙҙең Өфө күренә...
Ошо дәлилдәрҙән сығып ҡара­ғанда ла, ҡыҙылармеец Яҡуповтың ҡарт олатайым булыуында шиге­беҙ юҡ. Бәйет шундай юлдар менән тамамлана:
Бик һағынған саҡтарҙа
Тулған айға ҡарағыҙ,
Тыуған илдең ирке өсөн
Атакаға барабыҙ.
Беҙҙең йәмле илебеҙҙе
Дошман күҙе күрмәһен.
Беҙҙең гүзәл еребеҙҙе
Дошман тапап йөрөмәһен!
Һеҙҙең хыялдар тормошҡа аш­ты, ҡәҙерле ҡарт олатайым. Бөгөн Башҡортостаныбыҙ, Рәсәйебеҙ сәскә ата, милләт-ара татыулыҡты, туғанлыҡты һаҡлап, уртаҡ уңыш­тарға ҡыуанып йәшәйбеҙ. Ошо аяҙ күк, тыныс көндәр, азатлыҡ һәм бәхет өсөн мең-мең рәхмәт һеҙҙең бөйөк быуынға!






Вернуться назад