Һуғыштан һуң тыуған ете бәхет04.04.2015
Һуғыштан һуң тыуған ете бәхет Йомаҙил олатайым менән Мәхтимә өләсәйем ун балаға ғүмер бирә. Араларынан атайым Ғүмәр — беренселәре. Ул 1915 йылда донъяға килә.

1941 йылдың 26 июнендә атайым һәм уның биш ауылдашы үҙҙәре теләп һу­ғыш­ҡа китә. Ҡаһарман яугирҙәр дошман илба­ҫарҙарын еңеп, орден-миҙалдар менән тыуған төйәгенә — Белорет районының Бирҙеғол ауылына — имен-һау әйләнеп ҡайта. Ошонда донъя ҡороп, балалар үҫтереп, артабан да илгә хеҙмәт итәләр. Әле береһе лә иҫән түгел, яу яралары уларҙы беҙҙән иртәрәк айырҙы шул.
Атайымдың ике ҡустыһы Мәүлит менән Уҫман өлкән туғаны артынан ил һаҡларға китә. Ә Ғаффан ағайҙы тылда эшләргә алып ҡалалар, ул Инйәрҙән Белоретҡа ағас ташый, тимер юлда алдынғы машинист булып һанала.
Атай мәрхүм беҙгә үҙенең тормош юлы тураһында ихлас һөйләй торғайны. 1931 йыл. Уға 16 йәш. Инйәрҙә ағас эшкәртеүҙә өлкәндәр менән бер рәттән әрҙәнә ҡырҡырға урынлаша. Таңдан эшкә китә, кисен һуң ҡайта. 1938 йылда бер кеше өсөн генә уңайлы арҡыры бысҡы алалар. Утын ҡырҡыусылар өсөн ҙур яңылыҡ була был. Атай шул бысҡы менән эшләй.
Һуғышта ул элемтәсе булып хеҙмәт итә. Украинаның Киев, Харьков ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Сталинград, Воронеж яғындағы һуғышта ҡаты яралана. Унан 1062-се уҡсылар полкының Калинин өлкәһендәге яуҙарында ҡатнаша. 1943 йыл аҙағында контузия ала, шунан атайҙы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына хәр­би госпиталгә оҙаталар, оҙаҡ дауалан­ғандан һуң тыуған яғына ҡайтаралар. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдары, бүтән наградалары хәҙер балалары өсөн ҡәҙерле аманат булып һаҡлана.
Әсәйем Мәймүнә Сәйетгәрәй ҡыҙы ауылда санитарка ла, гинеколог та, ветврач та, хирург та, терапевт та ине. Беҙ үҫкән осорҙа ғына ла 10 — 15 баланың “кендек инәһе” булды ул. Һуғыш осоронда урман ҡырҡырға, ирҙәр менән бер рәттән егелеп эшләргә мәжбүр булған.
Атайым һуғыштан һуң ағас эшенә йәлеп ителә, урман хужалығында мастер була. СССР-ҙың Урман хужалығы министрлығы 1953 йылда Почет грамотаһы менән бүләкләне үҙен. 1957—1962 йылдарҙа Һунарсылыҡ союзына эшкә инде, унда ла алдынғылар рәтендә булды. Тиҫтәләгән айыу алды, төлкө, һуҫар, тейен, шәшке, һуҡыр сысҡан тотоп, тиреһен дәүләткә тапшыра ине.
Оҫта балыҡсы ла булды. Шулай уҡ ауыл йыйылыштарында, мәктәп тормошонда, тәрбиәүи эштәрҙә әүҙем ҡат­наш­ты. Атай-әсәйебеҙ икеһе лә, тау-таш­лы, урманлы төбәктә тыуғанғалыр, тәбиғәтте, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе яратты, илем, телем, халҡым, балаларым тип янып йәшәне. Беҙгә лә, ете балаһына, ейән-ейәнсәрҙәренә, ошо тойғо-хистәрҙе бирә алдылар.
Үҫкән саҡта кейем-һалым булманы, шуға ла әсәйем мәрхүмә “Зингер” маши­наһында беҙгә күлдәк, салбар, фуфайка, башлыҡ, юбка, пальто тегеп кейҙерә торғайны. Атай иһә, әҙерләү контораһына насарыраҡ сортлы йәнлек тиреһе үтмәһә, уны эшкәртеп, яға, кәпәс тегер ине.
Айытбай ағайым БДУ-ның география факультетын тамамланы. Бирҙеғол, Асы белем усаҡтары директоры, Межгорьеның 1-се урта мәктәбендә етәксенең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡты. Ике бала үҫтерә. Мин БДУ-ның биология факультетында белем алдым. Белорет районының мәғариф тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иттем. Хәҙер хаҡлы ялдамын. Улым Ранис Алтынбаев — йырсы, ҡурайсы. Учалыла мәҙәниәт училищеһын, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт акаде­мияһын, БДУ-ның юридик факультетын тамамланы, 2010 йылдан республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләй.
Һеңлем Сәкинә Белорет педагогия учи­лищеһын тамамлап, Ботай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә ебәрелгәйне, аҙаҡ шул уҡыу йортона етәкселек итте. Биш бала үҫтерҙе. Нәзифә һеңлем, БДУ-ның химия факультетын тамамлап, Өфөнөң 112-се мәктәбендә уҡытты, аҙаҡ Төмән өлкәһендә эшләне. Хәлит ҡустым шул уҡ факультет­та белем алып, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулы­ғында гидролог булды. Уларҙың барыһы ла әле хаҡлы ялда. Баныу һеңлемә килгәндә, ул медицина колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Инйәр участка дауаханаһында оҙаҡ йылдар лаборант булып эшләне. Ғүмеренең һуңғы 24 йылы Радужный, Нефтеюганск ҡалаларында үтте. Ҡәҙерлебеҙ былтыр декабрҙә фажи­ғәле үлеп ҡалды... Кинйә ҡустым Булат иһә, БДУ-ның юридик факультетын тамамлап, Белорет районы судьяһы итеп тәғәйенләнде, артабан Мәсетле районы судьяһы, Сибай ҡалаһының адвокаттар ойошмаһы етәксеһе булып эшләне, хәҙер инде оҙаҡ йылдар — республиканың Адвокаттар коллегияһы президенты.
Ял ваҡытында һәр саҡ тыуған нигеҙе­беҙгә ҡайтырға тырыштыҡ. Әсәйҙең өҙҙө­рөп мандолина сиртеүе, халыҡ йырҙарын моңло башҡарыуы әле лә хәтерҙә. “Сермән”, “Шахта”, “Иҫтәлек”, “Азамат”, “Рамай”, “Әсәйемә хат”, “Зөләйха”, “Рәйхан”, “Һандуғас” һәм башҡа йырҙары һағындыра. Атайҙың дәртле бейеүе гел күҙ алдында. “Буранбай”, “Ауыл көйө”, “Бейек тау”, “Етегән шишмә”не иһә ҡушылып йырлайҙар ине...


Вернуться назад