Йәмәғәт палатаһы эшҡыуарҙарҙы хәстәрләй03.04.2015
Йәмәғәт палатаһы  эшҡыуарҙарҙы хәстәрләй Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың II Граждандар форумы башланды. Уны икенсе йыл рәттән республиканың Йәмәғәт палатаһы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһын үҫтереү йәмәғәт фонды ойоштора. Сарала төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Әлеге майҙансыҡта коммер­цияға ҡарамаған ойошма­ларҙың гражданлыҡ йәмғиәтен нығытыу, муниципаль берәмек­тәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса эшмәкәрлек йүнәлеш­тәре өйрә­нелә. Сарала ҡатна­шыусылар пленар ултырыштарҙа, секцияға бүленгән күнекмәләрҙә, тематик майҙансыҡтарҙа фекер алыша. Яңғыраған тәҡдимдәр буйынса артабан эш башланасаҡ.
Форумға Рәсәйҙең һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең Йәмәғәт палатаһы вәкил­дәре саҡырылған. Улар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Форум барышында республика Хөкүмәте ҡа­рамағында эшҡыуарҙарҙы борсоған мәсьәләләр­ҙе хәл итеү һәм административ кәртәләрҙе емереү буйынса оператив штаб булдырыу тураһында тәҡдим булды.



Вернуться назад