Ҡалышырға хаҡыбыҙ юҡ03.04.2015
Һуңғы дүрт йылда республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә тотонолған аҡса күләме дүрт тапҡырға артҡан. Уҙған йылда ғына ла медицина өлкәһенә ил, республика бюджеттарынан һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан 52 миллиард һум бүленгән. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн сарыф ителгән сумма — республика бюджетының яртыһы тиерлек.
Былтыр юғары технологиялы медицина ярҙамын алыусылар артҡан. Йәмғеһе 13 меңдән ашыу кеше дауаланған, шуның 7,5 меңе республикалағы медицина учреждениеларында сәләмәтлеген нығытыуҙы хуп күргән.
– Халыҡтың ғүмер оҙайлығы күрһәткесе буйынса тотош Рәсәйҙекенән әле һаман ҡалышабыҙ. Былтыр был һан беҙҙә 69,76 тәшкил итһә, тотош илдә — 70,93 йәш. Күрше Татарстан, Удмурт һәм Сыуаш Республикалары беҙҙе ҡыуып үткән. Волга буйы федераль округында төбәгебеҙ туғыҙынсы урында. Ә Башҡортостан — көслө ҡеүәтле, үҫешкән республика, — тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының коллегия ултырышында.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ.