Пенсионерҙарға түләү йәнә артты03.04.2015
Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы 1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсия 10,3 процентҡа күтәрелә.

Махсус ҡаҙаныштары һәм айырым хеҙмәттәре өсөн билдәләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме лә үҫә. Халыҡтың бындай төркөмөнә Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Ленин ордены менән бүләкләнгән кешеләр инә. Шулай уҡ инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәргә, радиация йоғонтоһонан зыян күргәндәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт пенсияһы кимәле күтәрелә. Ике түләү алған кешеләргә дәүләт пенсияһы арттырыла.
Республикала социаль пенсияның уртаса күләме арттырыл­ғандан һуң 8 262 һум, инвалид балаларҙыҡы 13 163 һум тәшкил итәсәк. Һуғышта имгәнеү һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫәбенән булған һәм ике пенсия алған граждандарға түләүҙәрҙең уртаса күләме ярашлы рәүештә 30 944 һумға һәм 31 427 һумға етәсәк.






Вернуться назад