Дәғүәселәр, рәхим итегеҙ!03.04.2015
Ошо көндәрҙә 2013-2014 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына материалдар ҡабул итеү башланды. Һәләтле һәм инициативалы йәштәрҙең һәләтен, ижади ҡеүәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән дәртләндереү сараһының күләме әле 150 мең һум тәшкил итә.
Йәштәр премияһына тәҡдим ителгәнгә тиклем бер йыл алдан донъя күргән, халыҡҡа сығарылған сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре, әҙәбиәт, сәнғәт, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк, дизайн, кино һәм телевидение әҫәрҙәре күрһәтелә ала. Коллективтарҙы тәҡдим иткәндә дәғүәселәр һаны 16—35 йәшлек биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Материалдар 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 23-сө бүлмә, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының талантлы йәштәргә һәм уларҙың башланғыстарына булышлыҡ итеү бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 218-03-08.