Йәштәр менән йәнле әңгәмә03.04.2015
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән осрашыу ойошторолдо.

Сара республика парламентының 20 йыллығына арналды. Константин Толкачев илдәге парламентаризм тарихы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай үҫешендәге төп этаптар хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, парламентҡа әлеге кимәлгә етеү өсөн күп ваҡыт талап ителде. Бөгөнгө дәүләт механизмына күҙ һалғанда, илдә власть айырмалығы булыуы хаҡында һүҙ алып барырға тулы нигеҙ бар.
Осрашыу барышында академия студенттары, магистранттары һәм хеҙмәткәрҙәре спикерға социаль-сәйәси темаға һорауҙарын бирҙе.








Вернуться назад