Торлаҡ мәсьәләһе һаман киҫкен03.04.2015
Пензала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында сығыш яһаны. Унда торлаҡ төҙөү баҙарындағы хәл, ипотека кредитлауын үҫтереү, эконом класлы торлаҡ һалыуҙы арттырыу саралары менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич әйтеүенсә, бөгөн торлаҡ төҙөлөшө — көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ул тотош төбәккә генә түгел, һәр ғаиләгә ҡағыла. Тулы хоҡуҡлы вәкил билдәләүенсә, эконом класлы торлаҡ һалыуға айырым иғтибар биреү шарт.
– Әле торлаҡтың ошо категорияһы өсөн билдәләнгән хаҡ һәм техник күрһәткестәр буйынса төҙөлөш алып барыу был өлкә баҙарын үҫтереүҙең, ҡулай хаҡ билдәләүҙең, хаҡ менән сифат ярашлылығының нигеҙен тәшкил итә, — тине Михаил Бабич.
Совет ултырышы йомғаҡтары буйынса торлаҡ төҙөү мәсьәләләрен көйләгән норматив-хоҡуҡи базаға үҙгәрештәр индереү йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.