“Балалар ҡанатлы булып тыуа, ә уҡытыусылар уларҙы осорға өйрәтә”, тигән бер аҡыл эйәһе. Күрәһең, был ҡанатлы һүҙҙәр Миңзилә Муллағолова кеүек белем биреүселәр хаҡында әйтелгәндер. Уңған ханым бына инде егерме йыл Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбендә ғилем нурҙарын сәсә.– Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусылыҡҡа барырға уйлағайным, – ти, хәтирәләргә бирелеп, Миңзилә Зөфәр ҡыҙы. – Тик әсәйем ҡаршы сыҡты: “Етәр, барығыҙға ла уҡытыусы булырға тимәгән! Ана, бухгалтерға уҡы. Харап йәтеш эш”. Һүҙен йыҡманым, бер аҙ бухгалтер булып та эшләп алдым. Тик был һөнәр ниңәлер күңелгә ятманы. Барыбер уҡытыусылыҡта үҙемде таптым...
Шулай итеп, Зөһрә Арғынбай ҡыҙы менән Зөфәр Ғәлиәхмәт улының ғаиләһендәге алты баланың бишәүһе педагог һөнәрен һайлай. Бындай күренешкә һис тә аптырарлыҡ түгел. “Атайым менән әсәйем әҙәбиәтте, мәҙәниәтте шул тиклем яратты. Үҙҙәре лә халыҡ ижады хазинаһын һаҡлаған һандыҡ кеүек ине. Үҙ-ара мәҡәлдәр, әйтемдәр менән һөйләшерҙәр ине”, – тип хәтерләй Миңзилә ханым.
Бөгөн Миңзилә Зөфәр ҡыҙы мәктәптә Башҡортостан мәҙәниәтен, тормош һабаҡтарын уҡыта.
– Һәр дәрес уҡыусы өсөн асыш булырға тейеш, — ти ул. – Шуға ла уны мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрергә тырышам. Мәҫәлән, төрлө темаға арналған викторина, “Мөғжизәләр яланы” телеуйыны һымаҡ конкурстар уҡыусыларҙы бигерәк тә йәнләндерә.
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡыусылары районда ғына түгел, республикала үткәрелгән ижади бәйгеләрҙә лә көсөн һынап ҡарай. Яңыраҡ ҡына Розалия Солтангәрәева ойошторған сәсәндәр бәйгеһендә уҡыусылары ла, Миңзилә Зөфәр ҡыҙы үҙе лә ихлас ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә уҡытыусы өсөнсө урынды яулаһа, уҡыусылар әйтеш буйынса алдынғылыҡты бирмәгән.
...Йылдар үткән һайын Миңзилә Муллағолованың нәҡ уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлағанына ҡыуанысы арта ғына. Тормошта үҙ юлын тапҡан уҡыусыларыңдан рәхмәт һүҙе ишетеүҙән, уларҙың уңыштарын күреүҙән дә оло һөйөнөс бармы?