Шүлгәнташ03.04.2015
Шүлгәнташ Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул – Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында “Шүлгәнташ” музей-экскурсия комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған.

1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Мәмерйәгә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 м. Өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, күлдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан. Икенсе ҡаттың оҙонлоғо – 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатҡа аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3 метр булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан 150—170 метр тирәһе аҡҡас, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Тау эсенән сыҡҡан йылға ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә хас температура, дымлылыҡ һаҡлана, һауа әйләнеше меңәр йыл буйы үҙгәрмәй. Шуға ундағы боронғо һүрәттәр боҙолмаған да инде.
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте үҫешен яҡшы күрһәткән берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике стенаһында һәм икенсе ҡаттың ҙур залында урынлашҡан. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылған майҙа иҙелгән охра менән яһалған.



Вернуться назад