“Ҡан-ҡәрҙәштәргә — китап”03.04.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, баҫмабыҙҙы уҡыусыларҙың, зыялыларыбыҙҙың ярҙамына таянып, “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын башланы, тип хәбәр иткәйнек инде.

Милләттәштәребеҙҙең байтағы Башҡорт­остандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәт­тәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәктәренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә көн иткән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға зар-интизар. “Башҡортса әҫәр­ҙәр уҡыһаҡ, ҡулыбыҙға туған телдә сыҡҡан китапты тотһаҡ, ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәренең башҡортса интерфейсы ғына рухи ихтыяжды бер ни тиклем ҡәнәғәтләндерә. Китаптар беҙгә лә килеп етһен ине!” – тип яҙа Силәбе өлкәһенән Марат исемле егет.
Ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡлашҡандар, арала­шыуға сарсағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ситтә йәшәгән милләт­тәш­тәргә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәйек. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында һәм башҡа яҡтар­ҙа төпләнгән башҡорттар туған телендә уҡып ҡыуанһын! Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән милли китаптар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә ала­һығыҙ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфө районы эшҡыуары Илһам Ғәлиев редакцияға 700-ҙән ашыу дана өр-яңы китаптар килтереп ҡалдырҙы. Баҫмаларҙың күбеһе — урыҫ мәктәбендә башҡорт телен өйрәнеүгә тәғәйенләнгән дәреслектәр. Был, әлбиттә, сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәр өсөн ҙур бүләк буласаҡ.



Вернуться назад