Алһыу Бәхтиева репертуарынан11.02.2012
“Һайрай ҙа һайрай һандуғас, үҙәктееее өҙәәә инде...” Ни эшләптер һуңғы арала ошо йыр башҡа инеп ултырҙы бит әле, һәр ваҡыт үҙ алдыма көйләп тик йөрөйөм. Әллә ысынлап берәйһен ныҡлы һағынам, әллә Алһыу Бәхтиева уны бик моңло башҡара. Ай-һай, берәй тәьҫир көсө барҙыр йырҙың. Күп уйлап тормай, йырсының үҙенә шылтыраттыҡ.
— Уй, ул йырҙы халыҡ бик яратты ла ҡуйҙы шул. Радионан әйтеүҙәренсә, көн һайын иртәнге 11-гә тиклем берәй тапҡыр ҡуймаһалар, шылтыратып талап итә башлайҙар икән хатта. Үҙем дә, ниндәй генә сараға, концертҡа бармайым, мотлаҡ “Һандуғас”ты йырлатмай ҡайтармайҙар, — тине ул.
Ҡатыны фажиғәле вафат булғандан һуң уны һағынып яҙған икән был йырҙы Ризван Хәкимов. Алһыу Бәхтиева йырҙың татарса һәм ирҙәр йырлағанын радио аша ишетеп ҡала ла үҙе йырлап ҡарарға була.
— Йырҙы халыҡ күңеленә етерлек итеп башҡарыр өсөн, моғайын, йырсының үҙенә лә ниндәйҙер шәхси кисерештәр, трагедиялар аша үтергә кәрәктер. Шул саҡта ғына ул кешеләргә оҡшай. Күптәрҙең: “Был йыр тап минең турала бит”, — тигәндәрен ишеткәнем бар, ҡайһы берәүҙәрҙең илап тыңлағандарын да беләм, — тип дауам итә Алһыу Бәхтиева.
Күптәр үҙ иткән йырҙың һүҙҙәрен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
Һандуғас
Ризван Хәкимов көйө, Марат Кәбиров һүҙҙәре
Һайрай ҙа һайрай һандуғас,
Үҙәкте өҙә инде.
Һағынғандар сабыр була
Сабырҙар түҙә инде.
Беләм, йәнем, мин һинең дә
Һағынған икәнеңде.
Һарыларға һабышһам да
Сабырҙар итәм инде.
Һарғайылды, һайралды ла,
Сабырҙар ителделәр.
Бәлки, беҙҙең йөрәктәр ҙә
Һандуғас шикеллелер.
Һайрай ҙа һайрай һандуғас,
Үҙәкте өҙә инде.
Һағынғандар сабыр була
Сабырҙар түҙә инде.