Яугирҙәргә рәхмәт йөҙөнән03.04.2015
Яугирҙәргә рәхмәт йөҙөнән Латвия башҡорттары һәм татарҙары Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан осрашыуға әҙерләнә. Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкән яугирҙәрҙе иҫкә алыу, уларҙың иҫтәлегенә доға ҡылыу — мөҡәддәс бурысыбыҙ, ти ойоштороусылар.
Сара барышында шағир Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы саралар планы буйынса фекер алышыу, “Еңмеш” башҡорт фильмын, “Айһылыу” татар кинотаҫмаһын ҡарау күҙаллана. Осрашыуҙа башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәтен белеүгә конкурс үткәреләсәк, үҙешмәкәр артистарҙың сығышы ла ҡаралған.




Вернуться назад